Халыҡ араһында аңлатыу эштәре әүҙемләшеүгә ҡарамаҫтан, телефон аша алдашып аҡса урлау осраҡтары арта бара. Башҡортостандың Йәмәғәтселек палатаһы “Кибералдашыу профилактикаһы: интернет-алдашыу, һанлы алдашыу. Үҫмерҙәргә һәм йәштәргә ҡарата енәйәттәр” исемле өйрәтеү конференцияһы үткәрҙе. Сарала Йәмәғәтселек палатаһы рәйесе урынбаҫары, “Сеньор” ололарға ярҙам итеү һәм хәстәрләү фонды президенты Кристина Недорезова, Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы Урал Баш идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкының хәүефһеҙлек бүлеге эксперты Ольга Кузнецова, Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методика үҙәге етәксеһе Искәндәр Мостафин, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Мәғлүмәт-коммуникация технологияларын ҡануниәтте боҙоп файҙаланыуға ҡаршы көрәш буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары, полиция полковнигы Азат Тимерйәнов ҡатнашты һәм сығыш яһаны. “Халыҡ араһында төрлө сығанаҡтар аша аңлатыу эштәре алып барыу, киң мәғлүмәт саралары аша сығыш яһау, л