Салауат ҡалаһының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте диспетчеры телефондан ғәҙәти булмаған хәбәр ала. Ныҡ тулҡынланған ҡала кешеһе Батыр аллеяһында ағас аҫтында ултырған өкө балаһының ҡарғалар һөжүменән ҡурҡып, бөршәйеп ултырыуы тураһында һөйләй. Диспетчер был хәбәрҙе ҡотҡарыусыларға тапшыра. – Барып еткәс, ерҙә ҡурҡышынан ни эшләргә лә белмәй ыҙаланған ҡошсоҡто күрҙек. Моғайын, ул ояһынан осоп төшкәндер. Өҫтөнә ябырылған ҡарғаларға ҡаршылашырға хәле юҡ. Ул үҙенең ҡайҙа икәнлеген дә аңламай, – тип һөйләй ҡотҡарыусылар. Ҡотҡарыусылар бәләгә тарыған хайуандар һәм ҡоштарға тәү тапҡыр ғына ярҙам итмәй. Был юлы ла улар мәсьәләгә профессионалдарса ҡараны, өкө балаһын ҡурҡытмаҫ өсөн һаҡлыҡ менән күтәреп, имгәнгән ерҙәре булыу-булмауын тикшерҙе. Бер ере лә һынмағанын белгәс, уны авария-ҡотҡарыу отряды биләмәһенә алып ҡайтып, хәстәрлек күрһәтергә булдылар. Бер аҙ хәл йыйғандан һуң өкөнө урманға ебәрмәкселәр. Фото: Салауат ҡала хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынс