Миңә 51 йәш. Сәләмәтлегем шәп тип әйтә алмайым, умыртҡа һөйәге ауырта, протрузия тиҙәр. Быға тиклем быуындарым һыҙлап йонсотто. Ул сир артҡа сигенгән кеүек булды, һәр хәлдә үҙемде яҡшы тоям, һыҙланыу кәмене. Быуындар һыҙлауҙан гөлйемеш тамыры төнәтмәһе эстем. Ирем менән уны ҡара көҙҙә ҡаҙып алғайныҡ. Төнәтмәне ике ай дауамында эстем. Аллаға шөкөр, хәҙер ҡулдарым элекке кеүек көн боҙолған һайын һыҙламай. Шулай итеп рецепт: гөлйемеш тамырын йыуығыҙ, киптерегеҙ, ваҡ ҡына итеп турап, күгәрмәһен өсөн ныҡ итеп япмайынса һаҡлағыҙ. Өймәләм итеп һалынған бер аш ҡалағы тамырҙы 0,5 – 0,7 литр самаһы һыуға һалып, ҡайнау хәленә еткерегеҙ. Артабан бер сәғәт самаһы ныҡ итеп ҡайнатмайынса ғына эҫелә тотоғоҙ, йәғни быҡтырығыҙ. Һыуыһа, яртышар стаканлап эсергә мөмкин. Мин ҡасан теләйем – шунда эстем тиһәм дә була, шулай ҙа ашар алдынан эсеү файҙалыраҡ тиҙәр. Гөлйемеш тамыры иммунитетты нығыта, организмдан тоҙҙарҙы, шлактарҙы һәм токсиндарҙы сығара, мускулдарҙы, ҡан тамырҙарын һәм һөйәктәрҙе нығыта. Шула
Гөлйемеш тамыры арҡаһында быуындар һыҙлауын оноттом
17 апреля 202517 апр 2025
1 мин