Һәүәләй ауыл биләмәһенә ете ауыл ҡарай, биләмәлә өс меңдән ашыу кеше йәшәй. Улар махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып яугирҙәребеҙгә ярҙам итә башланы, ирекмәндәр хәрәкәте үҙ эшен асты. Башта улар күрше ауылдарҙа йәшәүселәрҙән маскировка селтәрҙәрен үрергә өйрәнде, артабан Һәүәләйҙең үҙендә “Ватан” штабын ойошторҙо. Ошо көндәрҙән алып улар яугирҙәребеҙгә ныҡлап ярҙам итә, аҡса йыя, кәрәкле ҡорамалдар һатып ала, хәйриә йәрминкәләрен ойоштора, блиндаж шәмдәрен эшләй һәм башҡа саралар ойоштора. Бынан тыш, улар яугирҙәрҙең һорауы буйынса генераторҙар, ноутбуктар, автомобилдәр өсөн запас частар, шиндар һәм башҡаларҙы һатып алып ебәргәйне. Һәүәләй ауыл биләмәһендә йәшәүселәр отпускыға ҡайтҡандар менән осрашыуҙар үткәрә, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Тимур Әхәт улының әйтеүенсә, бында әүҙем, башҡалар яҙмышына битараф ҡала алмаған, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барлыҡ көсөн һалып эшләгән халыҡ йәшәй. Урындағы хакимиәттең төп маҡсаты – тормош өсөн яҡшы шарттар