Өфөлә көс хеҙмәткәрҙәре Мысырҙан килгән студентты ҡотҡарған. Хәл былай була: Стәрлетамаҡта уҡыған студентты билдәһеҙ дүрт кеше урлап, Өфөгә алып килә. Уның ғүмере өсөн енәйәтселәр ярты миллион һум аҡса талап итә. Был хәл тураһында Тәфтиш комитетында һәм Эске эштәр министрлығында хәбәр иттеләр. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, сит ил студентына 15 апрелдә һөжүм итәләр: уның фатирына билдәһеҙ кешеләр килеп инеп, бысаҡ һәм пистолет менән ҡурҡыта башлай. Уғрылар ирҙе Өфөгә алып китеп, Маяковский урамында урынлашалар. Зыян күреүсенең ҡатыны шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Көс хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүселәрҙең эҙенә төшә һәм сит ил студентын йәшергән фатирҙа уҡ енәйәтселәрҙе тотоп ала. Улар янында бысаҡ һәм пневматик пистолет табыла.Эске эштәр министрлығы һәм Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, урлауҙың яҡынса сәбәбе – зыян күреүсенең бурысы. “Ул бер ғәйепләнеүсегә эш өсөн үҙенең машинаһын биреп тора, әммә ул машинаға зыян килтерә һәм һөҙөмтәлә уны сифатһыҙ ремонтлай. Һуңғараҡ зыян күреүсе
Ғүмере өсөн ярты миллион һум аҡса талап иткәндәр...
17 апреля 202517 апр 2025
1 мин