Дүртөйлө районының Мәскәү ауыл биләмәһендә һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәр шул тиклем күп, хатта “мәскәүҙәр тыныс йәшәй белмәй” тип әйтергә мөмкин. Биләмәгә өс ауыл ҡарай – Мәскәү, Имай-Утар һәм Тамаҡ, 2218 кеше йәшәй. Мәскәү ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү даими алып барыла. Шуға ла улар йыл һайын район конкурстарында призлы урындар яулай. Мәҫәлән, былтыр райондың иң төҙөк тораҡ пункты конкурсында – “Иң төҙөк тораҡ пункт”, “Яңы йыл ҡаласығы” конкурсында – “Ауыл биләмәләренең иң яҡшы Яңы йыл биҙәлеше” номинацияларында, шулай уҡ “Иң төҙөк шишмә” конкурсында еңеүгә өлгәшкәндәр. Мәскәү ауыл биләмәһе йыл һайын район, республика һәм төбәк конкурстарында әүҙем ҡатнаша. “Айыҡ ауыл”, “Ауылым”, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү”, “Реаль эштәр”, “Заманса ҡала мөхитен булдырыу”, “Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы, “Башҡортостан шишмәләре” кеүек конкурстарҙа еңеүҙәр яулау ауыл биләмәһе хакимиәте командаһының арымай-талмай эшләүенең һөҙөмтәһе булып тора. 2023 йылда “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында ҡатнашып, “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль ауыл биләмәһе хеҙмәткәре” номинацияһында Мәскәү ауылы биләмәһе башлығы Динар Заһит улы Хөснөтдинов II урынға лайыҡ була. Мәскәү ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” республика программаһында даими ҡатнашып, биш тапҡыр еңеүгә өлгәшә. Программаны тормошҡа ашырып, Имай-Утар ауылында балалар өсөн уйын майҙансығын төҙөкләндергәндәр, Мәскәү ауылы мәктәбе бинаһының ағас тәҙрәләрен яңыға алмаштырып, капиталь ремонт эшләгәндәр, шулай уҡ һыу һурҙырғыс башняһын алмаштырып, һыу үткәргестең тышҡы селтәрҙәрен ремонтлағандар, Имай-Утар ауылының Яхин урамындағы зыярат ҡоймаһын алмаштырғандар, Мәскәү ауылы мәктәбе бинаһының ағас тәҙрәләрен пластик тәҙрәләргә алмаштырып, капиталь ремонт эшләгәндәр. “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса Мәскәү ауылы майҙаны төҙөкләндерелә: үҙәк майҙанға асфальт түшәйҙәр, бағаналарға электр лампалар ҡуйыла, сәхнә монтажлана. Мәскәү ауыл биләмәһе “Пермь крайының урындағы берләшмәләр фондтары альянсы” коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ ойошторған “Ауылҡайым минең” төбәк-ара конкурсында “Иң яҡшы спорт үҫешкән биләмә” номинацияһында еңеүгә өлгәшә. Ике йыл рәттән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашалар. Ҙур ныҡышмалы эш башҡарыла, арымай-талмай эшләү һөҙөмтәһендә конкурстың республика этабында I урын яулайҙар. Еңеүселәр алты миллион һум менән бүләкләнә. Был суммаға Мәскәү ауылының Еңеү паркында спорт майҙансыҡтары һәм парк тирәләй асфальт түшәлгән йүгереү юлы төҙөлә, тракторға ҡар таҙартҡыс һатып алына. – 2019 йылдан башлап “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты тормошҡа ашырыла. Бөгөнгә беҙҙең ауылдан “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә 20-нән ашыу инвестиция проекты ҡаралды, шуларҙың 10-ға яҡыны тормошҡа ашырылды: аҙыҡ-түлек магазины, бәләкәй икмәкхана, балалар өсөн уйын бүлмәһе, кафе, матурлыҡ салоны, хужалыҡ тауарҙары магазины һәм башҡалар асылды. Был Мәскәү ауылында 13 өҫтәмә эш урыны булдырыуға мөмкинлек бирә, – ти Динар Хөснөтдинов. Ауылдарҙа шишмә биләмәләре тергеҙелә һәм төҙөкләндерелә. Һуңғы 2024 йылда ғына Мәскәү ауылында ике шишмә тергеҙелгән һәм Имай-Утар ауылында яңы һыу сығанағы асылған. 2015 йылда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “ГазЭнергоСервис-Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте көстәре менән Мәскәү ауылында Еңеү паркы һәм 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарына арналған мемориаль комплекс тулыһынса реконструкциялана. Ә 2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә, “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә, ошо уҡ паркта “Геройҙарға мәңгелек хәтер” мемориаль комплексы асыла. Унда бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 817 кешенең исеме уйып яҙылған. Шулай уҡ махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби хеҙмәттә булған яугирҙәргә гуманитар һәм финанс ярҙам күрһәтеү, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса даими эш алып барыла. Махсус хәрби операция башланғандан алып ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияға дүрт автомобиль, шул иҫәптән “Нива”, “ЗИЛ-131” йөк автомобиле, “УАЗ” ебәрелә. Автомобиль өсөн запас частар, генератор, маскировка селтәрҙәре, бензогенератор, бензобысҡы, “буржуйка” мейесе, шөрөп борғос, аккумуляторлы бырау алғандар, блиндаж шәмдәре эшләгәндәр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға юрғандар һәм башҡа әйберҙәр, кәрәкле аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ тауарҙары йыйып ебәрәләр. Ауыл биләмәһендә күп милләт вәкилдәре йәшәүен иҫәпкә алып, ауылдарҙағы халыҡ тыныс һәм милләт-ара татыулыҡта йәшәһен өсөн даими эш алып барыла. Мәскәү ауыл советы биләмәһендә ике мәсет эшләй. Йома вәғәздәрендә ауылдың дини хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа диндең ысын мәғәнәһе, дини экстремизм таралыу ҡурҡынысы тураһында һөйләй һәм ауылдаштарын экстремистик идеологияға эләкмәҫкә саҡыра. Сәләмәт йәшәү рәүешен таратыу буйынса эш тотороҡло алып барыла. Дүртенсе йыл рәттән ауыл биләмәһендә “Ҡышҡы бәйге” халыҡ уйындарын һәм ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында быйма хоккейы буйынса турнир үткәрәләр. Ике йыл рәттән Мәскәү ауылының мәҙәниәт йортонда ете тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара шашка буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы Тамара Танһыҡҡужина ҡатнашлығында шашка буйынса блиц-турнир үткәрелә. Халыҡ-ара гроссмейстер бер үк ваҡытта 30-ҙан ашыу уйынсы менән уйнай. Һәүәҫкәр шашкасылар өсөн бындай уйындар ғәмәлдә юғары кимәлдәге профессионал менән туранан-тура аралашыуға яҡшы мөмкинлек бирә. Г.Г. Кенәзхан иҫтәлегенә волейбол буйынса район турниры матур традицияға әүерелгән, быйыл 15-се юбилей турниры үткәргәндәр. Ауыл биләмәһендә старосталар институты һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы эшмәкәрлеге әүҙем үҫешә. Ғөмүмән, бында олоһо ла, кесеһе лә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, тыуған ауылдары матур, төҙөк булһын өсөн тырыша. Фото: Динар Хөснөтдиновтың ғаилә архивынан.