Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Вейп арҡаһында үҫмерҙең үпкәһе ярылған

Бөгөн табиптар вейптарҙың үҫмерҙәрҙең сәләмәтлегенә насар йоғонтоһо тураһында саң ҡаға. Ошо көндәрҙә Киров өлкәһендә вейп тартыу арҡаһында ике үҫмер дауаханаға эләккән. Уларҙың береһенә пневмония диагнозы ҡуйылған, икенсеһенең үпкәһе ярылған, уның ғүмере хәүеф аҫтында, үҫмер әле реанимацияла ята. Табиптар вейп тартыу арҡаһында күпселек үҫмерҙәрҙә танау ҡыуышлығының елһенеүе, шешеүе, даими тымаулау күҙәтелеүе тураһында белдерә. Был билдәләр әкренләп етди үпкә сирҙәренә килтерә. – Вейптарҙа синтетик никотин ҡулланыла, ул тәбиғи никотинға ҡарағанда тиҙерәк бәйлелек барлыҡҡа килтерә һәм көслөрәк тәьҫир итә, - тип белдерҙе Өфө табибы Татьяна Старостина. Табиптар Рәсәйҙә вейптарҙы закон нигеҙендә тулыһынса тыйыу тураһында һүҙ алып бара. Фото: “Башинформ” агентлығы архивынан.