Ошо көндәрҙә Яңауыл районында эш сәфәрендә булып, төркөмөбөҙҙә ойошторолған “Донъя биҙәге” конкурсында беренсе урын яулаған Эльмира Мөхәмәтшинаны ҡотлап, редакциябыҙҙың дипломын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙыҡ. Яҡташтары Эльмира Рәмил ҡыҙын рухлы, эшһөйәр, бар йәһәттән әүҙем кеше, шәп хеҙмәткәр һәм өлгөлө ғаиләнең уңған хужабикәһе булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Эльмира һәм Илдар Мөхәмәтшиндар ғаиләһенең биҙәге һәм мәғәнәһе булып бер ҡыҙ һәм өс ул үҫеп килә. Улар сәйәхәт итергә ярата, әүҙем һәм сәләмәт тормош алып бара. “Балаларыбыҙҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙе, уларҙы ысын кешеләр итеп үҫтереүҙе маҡсат итеп алғанбыҙ”, – ти Мөхәмәтшиндар. Эльмира Рәмил ҡыҙы 13 йылдан ашыу урындағы телевидениела эшләй. Эштән буш ваҡытында ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Ул – “Геройҙар өсөн тегәбеҙ. Яңауыл” ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштороусы. – 2022 йылдың сентябренән МХО-лағы яугирҙәргә кәрәкле кейемдәр тегеү эшенә тотондом. Был хаҡта белеп, башҡа оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа миңә ҡушылды. Кемдәр тегеү эше менән