Атайлы бала Әсәһе Таштуғай ауылына 7 көнлөк сабыйы Тәнзиләне ҡосаҡлап, һыйырын эйәртеп, егелгән аттың санаһында буранлы ҡышта атаһынан айырылып ҡайтып киткән. Ат сығынлап китеп, көрткә инеп батҡан. Йәш ҡатын уны юлға сығара алмай этләнгән. Биләүҙәге сабыйын ҡарға һалып торған. Шул арала Тәнзиләнең аяҡтары туңған. “Ике үксәмдә лә тәңкә ҙурлыҡ аҡ тап бар ине”, – тип иҫләй ул. Аҙаҡтан ошо хәлде һөйләп биргәс кенә эштең нимәлә икәнен аңлай. Әсәһенең ҡайтып китеүенең сәбәбе – атаһы ауыл советы рәйесе булып эшләгәндә эргәһендәге йәш ҡыҙға әүрәүе. Иренең ике ғаилә араһында йөрөгәненә ғәрләнеп, шундай аҙымға барырға мәжбүр булған бисара. Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уң ҡулын пуля тишеп үткәс, сулаҡ: һулаҡай ҡулы менән генә яҙа торған була. Таштуғай ауыл советынан уны колхоз рәйесе итеп күсерәләр.- Атайыма эйәреп кәнсәләренә барғаным һаман хәтеремдә, – ти Тәнзилә апай. – Бер аҙҙан ул икенсе ғаиләһен дә беҙ йәшәгән барактың икенсе яҡ осона күсереп алып килде. Бер яғында Зөһрә апай мәрхүмә, урталағыһында беҙ йәшәнек, атайым шулай ике өй араһында йөрөп беҙҙе тәрбиәләне. Ул апайҙы ниңәлер магазинға һатыусы итеп ҡуйҙылар. Эй уҫал ине инде. Әсәйем магазинға бара алмай, тоҙ-шәкәр һымаҡ кәрәк-яраҡты кеше аша ғына алдыра ине. Атайымдан Зөһрә апайҙың 5 балаһы тыуҙы. Олоһо 1946 йылғы, минән кесе. 1948 йылғы Мәмбәттә йәшәгән һеңлем менән әле һаман бер туғандар һымаҡ аралашабыҙ. Күрше йәшәйбеҙ, әсәйҙәр көндөҙөн эштә. Ул заманда шулай бит инде, әсәйебеҙ ҡыр, мал эштәрендә йөрөнө. Ишекте бикләп китә. Уның аҫтында бәләкәй тауыҡ һыймалы тишек бар. Һыйыр соланда тора. Ә ер иҙәнде һепереп ҡуябыҙ. Йәйгелектә һыйыр һәүәҫлектә бәйле тора. Ергә беркетелгән таяҡҡа бәйләүле, – тип ул замандың йәнле картинаһын күҙ алдына килтереп һүрәтләй ул. Тәнзилә 6 йәшендә һыйыр һауырға өйрәнә. “Ялбыр” ҡушаматлы, һаман да иҫемдә, ҡыҙғылт төҫтә ине, – ти ул. –Үҙе тәпәш кенә. Әсәй эшкә китә. Йәйгелектә ырҙын табағына йөрөй. 1949 йылғы ҡустымды алам да ҡәртәсәйемдәргә китәм. Ҡыҙ кеше булғас, 1948 йылғы Хәлимәгә тартылам. Ул заманда Мәмбәт ауылында бер ирҙең ике ғаиләгә йәшәүе ғәҙәти күренеш һымаҡ ҡабул ителә. Тәнзилә тау битләүҙәренән еләк йыйып алып ҡайтып, туфалтаға ултырта икән, Хәлимә һеңлеһе ипләп кенә инеп апайы йыйыған еләктәрҙе тәмләп йөрөгән, имеш. Ул да ектән инеп-сығып йөрөргә ғәҙәтләнгән. Тәнзилә уның тиҙерәк үҙен ҡыуып етеүен теләй. Һандыҡ өҫтөнә баҫтыра ла, буйы үлсәмен билдәләп ҡуя. Уны үҙенеке итеп ҡабул иткән. Оҡшашҡан да икән улар. “1949 йылдың башында тыуған Рауил исемле ҡустым, уның аҙағында донъяға килгән Заһиҙә һеңлем”, – тип теҙә Тәнзилә апай. Аҙаҡтан Зөһрә апай 5 балаһын ҡалдырып, донъя ҡуя. Шулай итеп, Тәнзиләнең әсәһенә 9 баланы ҡарап аяҡҡа баҫтырырға тура килә. “Атайым беҙҙе ташламаны, килеп-китеп йөрөнө. Йәнә лә Мәмбәткә колхоз бухгалтеры итеп тәғәйенләгәйнеләр. Халыҡса әйткәндә, хаҡлы ялға сыҡҡансы “щитауат” булып эшләне. Йәй булһа, бер туған ағаһы йәшәгән Ҡалтай ауылына арбаһына ултыртып, мине алып китә ине. Малайҙар шикелле, атайҙың эргәһендә йөрөп үҫтем. Ул һәр ваҡыт “шуны шулайтһаҡ, нисек булыр?” тип минең менән кәңәшләшә ине. Көҙ, Зөһрә апайҙы ерләгәс, ҡышҡы каникулдар мәле ине, 10 йылдан һуң, атайыбыҙ беҙҙе Мәмбәт ауылына алып ҡайтты. Бәләкәй генә саман өй, шунда 9 бала йәшәнек. Уның араһында әсәйемдең 2 балаһы мәрхүм булды. 3-сө кластың яртыһынан Мәмбәттә уҡый башланым. Унда ла 2 генә уҡыусы ҡыҙ бала инек. Һуғыш ваҡытында тыуым булманы. Атай яраланып ҡайтҡанға ғына мин донъяға ауаз һалғанмын бит инде. Мәмбәт ауылында башланғыс класты уҡытыусы балаһы Ғәфифә менән икәү генә тамамланыҡ. Дүртенсе класҡа ул ваҡытта күрше ауылдарҙан килеп имтихан бирҙеләр. 5-се класта 7 бала булдыҡ. Бала сағым бына шулай үтте. Бында килгәс әсәйемә ярҙамсы булып буй еткерҙем, баш бала булғас, эш миңә лә арыу тейҙе. Һыу ташыйым, малды ла ҡарашам. Атай һыңар ҡулы менән өй эшен башҡара алмай бит инде”, – тип хәтирләргә бирелә ул. Бала саҡ хыялы Тәнзилә бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана. Бала ғына көйөнә йәшелсә баҡсаһына эшкә йөрөй. Үҫентеләргә һыу ташый. “Уҡыусыларҙы йәлеп иттеләр ҙә Шәмсениса менән Таналыҡ йылғаһының эргәһендә Сапуҡ тигән бер урыныбыҙҙағы күлдән көйәнтәләп һыу ташыйбыҙ. Кәбеҫтә буйынса беҙҙең бүлексә алдынғылыҡты бирмәне”, – ти ул. 6-сы класта уҡығанында Тәнзиләне, Татырүҙәк ҡасабаһынан рус теле уҡытыусыһына эйәртеп, Өфөгә турслетҡа ебәрәләр. Ул заманда Өфөгә барып еткәнсе – 2 тәүлек, ҡайтыу өсөн дә шул сама ваҡыт киткән. Чапаевтың һуғышҡан урындарына, Ҡыҙыл Ярға алып барғандарын асыҡ хәтерләй. Йәш натуралистар слетынан тәьҫораттар менән ҡайта ул. Көйөргәҙе районынан Сәриә Ҡансурина менән танышып, адрес алмашалар. Хатлашып китәләр. Бер класҡа түбән уҡыған ҡыҙыҡай интернат-мәктәпкә уҡырға барырға теләүе хаҡында яҙа. Тәнзилә лә атаһына өндәшә, уның да документтарын тиҙ арала юллап ебәрәләр. Ҡыҙының баш ҡалаға уҡырға барыуына әсәһе риза булмай, сөнки ҡул араһына саҡ ингән балаһынан ҡолаҡ ҡаға бит. 1959 йылда интернат-мәктәп Красина урамы, 33-тә, хәҙерге 91-се мәктәп урынлашҡан ерҙә була. Ғәфифә менән шулай итеп, интернат-мәктәбенә инергә бергә комиссия үтһәләр ҙә, һабаҡташын һаулығы буйынса алмайҙар, Тәнзилә ҡала. “Интернатым – пар ҡанатым...” –1960 йылда яңы интернат-мәктәп бинаһына күстек. Төҙөлөш мәлендә лә барып таҙартып йөрөй инек, алдында ағастар ултырттыҡ”, – тип хәтерләй Тәнзилә. 1962 йылғы сығарылыш беҙ. Хеҙмәт кешеләре итеп тәрбиәләнеләр. Күлдәктәр тегеп, һатыуға сығара инек. Интернатта булған бөтә түшәм, яҫтыҡ, юрған тыштарын үҙебеҙ тектек. Уҡып сыҡҡанда һәйбәт кенә разряд бирҙеләр. Машина йөрөтөү буйынса ла имтихан тапшырҙым. Токарлыҡҡа ла, ҡыҙҙарҙы ла айырмай, уҡыттылар, – тип хәтерләй ул мәктәп йылдарын. Тәнзилә баскетбол ярата. – Бер ҡыҙҙы күрмәйенсә ныҡ ҡына төртөп киттем, шуға йөрәгем әрнене, былтыр ул ҡылығым өсөн ғафү ҙә үтендем үҙенән. Ә ул бы хаҡта иҫләмәй ҙә икән, – тип йылмая Тәнзилә апай. Өндәшмәҫ, аҙ һүҙле Тәнзилә һипкелдәренән ояла. Малайҙарҙың үҙен “ТУ-104” тип үсекләүенә бирешмәй, улар менән уртаҡ телде анһатыраҡ таба, нығыраҡ дуҫлаша. Килешеү буйынса, Стәрлегә математика уҡытыусыһына имтихан тапшыра. “Һөйләүҙән үтмәнем. Килһәм, Фәркимә лә инмәгән, икәүләшеп эш эҙләйбеҙ. Прописка булмағас, алмайҙар. Ҡайтып китергә тура килде”, – ти ул. Ҙур тормошҡа юл Атаһы әйтеүе буйынса клуб мөдире булып эшкә төшә. Шунда асыла Тәнзилә. Өйөбөҙҙән кеше өҙөлмәне. Әсәйем совхоз эшсәндәренә икмәк һала ине. Ә беҙ клубты гөрләтәбеҙ генә. Хатта “Ул ҡайтты!” спектаклен ҡуйҙыҡ. Маҡандан ул ваҡытта зоотехник булып эшләгән Әхтәмов ағай килде. Ул төп ролдә уйнаны. Кешеләрҙе ойоштороп йөрөнөм, үҙемә лә роль бирҙеләр, шулай итеп, спектаклде сәхнәгә сығарҙыҡ. Һаҡал-мыйыҡтарҙы Ленинградтан яҙҙырып ала инек. Бер йыл тиҙ үтеп китте. Бер еңгәйебеҙ килде лә әйҙә педучиищеға бар, институтта аҙаҡтан ситтән тороп уҡырһың әле, – тип кәңәш итте. Тиҙ генә документтарҙы йыйып алдым да имтихандарҙы тапшырҙым, – тип иҫкә ала ул был саҡтарын. Тәнзилә Усман ҡыҙы, шулай итеп, 1963 йылда Сибайҙа педучилищела уҡый башлай. Яҡшы педагогтар ҡулына эләгә. Башҡорт төркөмөндә 3 йыл белем алып сыға. Йәш белгесте 1966 йылда Хәйбулла районы Байғусҡар ауылына эшкә ҡайтаралар. Бер инәйҙәргә фатирға төшә. Мәктәп мөдире, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Латифа Ишкилдинаға эләгеүен ул ҙур бәхет итеп һанай. “Килеү менән мине пионервожатый итеп ҡуйҙы. Райсовет депутаты булғас, үҙенең дә кластарын уҡытырға ҡалдырып китә”, – ти ул, үҙенә ышаныс белдереүҙәренән ҡәнәғәт булып. Кис клубта йәштәр концерт ҡуя. Уҡытыусы аҡсаһына һеңле-ҡустыларын ҡарайһы, уҡытып сығараһы бар. Атаһының да эш хаҡы шәптән түгел – бесән күбәләрен үлсәп һатыуҙа күпме генә сыҡһын? Бер йыл уҡытҡандан һуң, Мәмбәт ауылындағы мәктәптә лә урын бушай. Тәнзилә ауылына ҡайтып эшләй башлай. Әле бына нисәмә йылдар үткәс, 1967 йылда 1-се класҡа барған уҡыусылары Тәнзилә Усман ҡыҙын 75 йәше менән ҡотлаған. Шағир ҡатыны Мәмбәттәрҙең күрек ырыуынан Тәнзилә. Күректәр, тимәк, маҡтансыҡтар тигән мәғәнәлә. Маҡтаһаң, ҡабарып китәләр икән. –Ул ваҡытта 24 йәшлек ҡыҙҙар ҡарт һанала ине. Минең менән уҡыған ҡыҙҙың әллә өс балаһы бар. 7-се класты тамамлаған да кейәүгә сыҡҡан икән. Уның “ҡарт ҡыҙ” булып йөрөйһөң, тигәне зитыма тейҙе. Хөрмәт итеп, мине һаҡлап, яҡлап йөрөгән егеттәр бар ул. Әммә улар минән йәш тип барам. Ҡадир ипле генә һөйләшә. Ул да Әбештә эшләй ине, өйләнмәй йөрөгән. Һоратырға килде. Риза ла булмаҫ инем, яусы атайымдың танышы. Уңайһыҙ була, тип, яусылар менән һөйләшеп ултырабыҙ. Шул ваҡыт урамдан егеттәр: “Тәнзилә, риза булма!” – тип һөрәнләп үттеләр, – тип хәтерләй Тәнзилә. Ҡыҙ ҡурҡышынан ризалығын бирә. Урамдағы егеттәрҙең береһе үҙенә күҙ атып йөрөгәнен дә белә Тәнзилә. Туғандары ла килен итеп алабыҙ тип йөрөгән булғандар. 1969 йылдың август айында туй була. Ҡадир ағай кәләшен шиғырҙарымды нәшриәткә илтәм тип Өфөгә алып китә. Тайфур Сәғитовтың фатирында ҡуна ҡалалар. Баш ҡаланан йөк машинаһында ҡайталар. Ире менән Сафуан Әлибаевтың ҡатыны Фәрҙиә апайҙарға барыуҙарын, уларға Диҡҡәт Бураҡаев ҡунаҡҡа килеүен дә иҫләй ул. Өйләнешкәс бер мәктәптә – Ивановкала эшләй башлайҙар. Ҡадир Әлибаев тарихтан, ә Тәнзилә – башланғыс кластарҙы уҡыта. Йәш белгестәрҙе урыҫ мәктәбендә башҡорт класы асыу өсөн ебәрәләр. Ике йылдан ҡыҙҙары Гөлсәсәк тыуа. Шул ваҡытта Байғусҡарға ҡайталар. 1973 йыда Тәнзилә апай Ҡадир ағайҙан китә. Ҡыҙыу холҡо, ҡыҙғаныуы наһырына үтә. Яңылышҡанын аңлай. Өфөгә киткәйне, ауыл советына барып әйттем. Айырылым, әйберҙәрҙе бүлегеҙ! Бар мөлкәтте типә-тиң итеп уртаға бүлеп алдым да ҡайттым да киттем. Туғандары һәйбәт булды, – ти Тәнзилә апай ғүмеренең оо миҙгелен иҫкә алып. Ире ҡайтарырға теләп ҡарай. Әммә Тәнзилә унан өҙөлгәнен аңлай. Ҡыҙы Гөлсәсәк –Уҡытыусы балаһы булғас, бала саҡтан үҙемде лидер итеп тойғанмын. Әсәйҙең башҡортсаға тәржемә ителгән Сухомлинский, Макаренко китаптары менән 3 класта уҡығанда уҡ танышып сыҡтым да уҡытыусылар менән бәхәсләшә инем. Байрамда клубта әсәй ауыл халҡы өсөн лекция һөйләй. Ул күрмәгәндә сығышын тиҙ генә уҡып алам. Ҡартатайым аша ла сәйәси яҡтан хәбәрҙармын. Шуға уҡытыусыларға минең менән һөйләшеүе, ай-һай, ҡыйынға тура килгән. Әсәйем бер ҡасан да мине әрләмәне, уның ныҡ итеп ҡарап ҡына ҡуйыуы ла мине үҙ урыныма ултырта ине. Әхирәтем менән дәрестә һөйләшеп китһәк, әсәйҙең ҡарашын тотоп алам да үсегеп, тумһайып ултырам. Бөтә Союз пионер лагеры “Артек”ка барып ҡайтҡандан һуң үҙгәрҙем. Факил атайҙы бит үҙем һайлап алдым, – ти Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы. “Факил атай” Урамдан үҙенә ихлас сәләм биреп уҙған ағай Гөлсәсәктең күңеленә хуш килә. Тәнзиләнән 7 йәшкә оло ир 3 балаһы менән тол ҡалған була ул ваҡытта. Бер үткәнендә Гөлсәсәккә ағаһы кәнфит тоттороп китә. Уны һағалап тора башлай ҡыҙ. Батырсылығы етеп, “тағы кәнфитең бармы?” тип һорарға йөрьәт итә, үҙе лә һиҙмәҫтән. Бер ваҡыт Факил атайҙың иптәше үлеп ҡала. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгәнендә юлына тағы ҡыҙсыҡ баҫа. Уны сәй эсергә саҡыра. “Тәүге генә ҡар яуған ваҡыт ине. Әсәй уны әрләп сығарып ебәрҙе”, – тип иҫләй Гөлсәсәк. Был хәл уның хәтеренә айырата бер сағыу ваҡиға булып уйыла. Әсәһе, яңғыҙ ҡатын, кешенең тел-теше тейеүҙән ҡурҡа бит инде. Икенсе тапҡырында саҡырып индергәс, әсәһенән һүҙ әйттермәй, “Ул һиңә түгел, миңә килде, ул минең дуҫым бит”, – тип яҡлаша. Олатай-өләсәһенән иркәлекте мул татыған ҡыҙ үҙ һүҙле булып үҫә шул. Ҡыҙыҡай фотоальбомын һөйрәп сығара. “Ә был кем?” – тигәс, сабый атаһы икәнлекте, әммә уны үҙһенмәүен әйтеп, тиҙ генә һүҙҙе икенсегә бора һала. “Һин минең атайым булыр инеңме?” – тип туп-тура текәлгәс, “ул хаҡта әсәйеңдән һорарға кәрәк”, – тип яуап бирә Факил атай. Ул үҙе лә ошо хаҡта уйлап йөрөгән була, әммә уға икенсене димләйҙәр. Йәш ваҡыттан Тәнзиләгә күҙ һалып йөрөгән була ағай, ҡыйыулығы ғына самлы булып сыға, ярай, бәхетенән, Гөлсәсәк шуны сабый күңеле менән тоя. “Һипкелеңә маҡтанып миңә ҡарамаһаң да барыбер үҙемдеке иттем бит!” – тиер була аҙаҡтан Тәнзилә апайға. Бер ваҡыт әсәһе курсҡа уҡырға китә. Атаһы шул ваҡыт асыла: “Әсәйеңде клуб мөдире булып йөрөгәнендә буй етмәҫлек тип уйлай инем”. Уның һеңлеһе Шәмсениса менән әхирәт тә була Тәнзилә. Ике туған ағаһы уға өйләнә. Тора-бара Тәнзилә уның бер туған ағаһы менән никахҡа инә. Алам тигәс тә ҡапыл ғына риза булмай әле уға. “Балаларыңдан рөхсәт алдыңмы?” – тип һорай. Был мәсьәләләр ыңғай хәл ителгәс, иң бәхетлеһе, моғайын, Гөлсәсәк булғандыр. Апайының тәүге ҡатынының туғандары менән әле булһын аралашып йәшәй Тәнзилә апай. Тәүге ҡатынының әсәһе, балаларын күрергә килеп, йәй уларҙа йәшәп китә торған була. –Килен булып төшкәс, шул бер бүлмәле генә өйҙә иремдең ҡәйнәһе менән 6 ай бергә йәшәнек. Өс бала. Гөлсәсәк – дүртенсеһе. Ике йылдан өй һалып сыҡтыҡ. Кейәүгә барғанда университеттың 4-се курсында уҡый инем. Юғары белем алам тип тырыштым, – ти Тәнзилә Усман ҡыҙы. Өйҙәрен тултырып ваҡытлы матбуғат яҙҙыралар. Тәнзилә апай ауыл советы депутаты итеп һайлана. Азамат улын таба. Факилдың ике йәше лә тулмаған балаһы була. Иң тәүҙә уны ҡулына алып аҫтын алмаштыра. Бала уны үҙемдең әсәйем тип үҫә. Һуңынан уның ҡолағына былай түгеллеген төшөрөүселәр табыла. Әммә Афзал ныҡлы һүҙен әйтә: “Мин башҡа әсәйҙе белмәйем”. 37 йыл уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға ул. 70 йәш тигәндә ҡарты донъя ҡуя. Ул вафат булыр алдынан династия байрамын үткәрәләр. 30 йыл йәшәп ҡалалар. Мәсет төҙөгәс, иҫәп алып барыуҙы Тәнзиләгә йөкмәтәләр. Тормош иптәше мәрхүм булғас, Тәнзилә апайҙы балалары Өфөгә күсерергә ҡарар итә. Баш ҡалала Шомонин ҡасабаһында, Аҡбирҙелә, Өфөнөң Карл Марск урамында урынлашҡан фатирҙа йәшәп ҡарай. Гөлсәсәк ҡыҙының улы Азат ейәнен ҡараша. Иглин районындағы “Хәтирә” клубына йөрөй башлай. 2012 йылдан “Башбланкиздат” предприятиеһының ойоштороусыһы булып тора. Буш ваҡыттарында эсе ҡулдар етешмәй башлаһа, журналдар, удостоверениелар эшләшеүгә лә тотоноп китә. “Хәтирә” клубы ағзаһы булараҡ “Кәкүк сәйе” байрамында ҡатнашып, диплом менән бүләкләнә. Ҡунаҡтар алдында ул башҡорт биҙәкле сынаяҡтарын теҙә, ҡорт, май ҡуя. Баһамандар уның сәй рецебын төшөрөп алып китә. “Хәтирә”ләр гөрләтеп апайҙың юбилейын да үткәргән. Бөгөнгө тормошонан ҡәнәғәт ул. Балаларының, уҡыусыларының ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер итә уҡытыусы. Уның әсәһе 100-гә етә яҙған. Ә Тәнзилә апайға унан да үтеп, бәхетле ғүмер кисереүен теләйек. Гөлназ ҠОТОЕВА.
Атайлы бала Әсәһе Таштуғай ауылына 7 көнлөк сабыйы Тәнзиләне ҡосаҡлап, һыйырын эйәртеп, егелгән аттың санаһында буранлы ҡышта атаһынан айырылып ҡайтып киткән. Ат сығынлап китеп, көрткә инеп батҡан. Йәш ҡатын уны юлға сығара алмай этләнгән. Биләүҙәге сабыйын ҡарға һалып торған. Шул арала Тәнзиләнең аяҡтары туңған. “Ике үксәмдә лә тәңкә ҙурлыҡ аҡ тап бар ине”, – тип иҫләй ул. Аҙаҡтан ошо хәлде һөйләп биргәс кенә эштең нимәлә икәнен аңлай. Әсәһенең ҡайтып китеүенең сәбәбе – атаһы ауыл советы рәйесе булып эшләгәндә эргәһендәге йәш ҡыҙға әүрәүе. Иренең ике ғаилә араһында йөрөгәненә ғәрләнеп, шундай аҙымға барырға мәжбүр булған бисара. Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уң ҡулын пуля тишеп үткәс, сулаҡ: һулаҡай ҡулы менән генә яҙа торған була. Таштуғай ауыл советынан уны колхоз рәйесе итеп күсерәләр.- Атайыма эйәреп кәнсәләренә барғаным һаман хәтеремдә, – ти Тәнзилә апай. – Бер аҙҙан ул икенсе ғаиләһен дә беҙ йәшәгән барактың икенсе яҡ осона күсереп алып килде. Бер яғында Зөһрә апай мәрх