Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Афарин, Данил!

Ошо көндәрҙә Краснодар крайының Анапа ҡалаһында елкән спорты буйынса “Анапа старттары” төбәк-ара ярыштары үтте. Алты көн дауамында илдең һигеҙ төбәгенән иң көслө спортсылар абруйлы дисциплинала – “Техно” елкән таҡталарының халыҡ-ара класында еңеү өсөн көрәште. Башҡортостан исеменән 19 йәшкә тиклемге йәш категорияһында ярыштарҙа Рәсәй федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Төбәк-ара уҡыу үҙәгенең хәрби һәм физик әҙерлек циклы өлкән уҡытыусыһы Радик Хөсәйеновтың улы Данил Хөсәйенов сығыш яһаны. Радик Хөсәйенов – Башҡортостан Республикаһының күп тапҡыр чемпионы, гир спорты буйынса Рәсәй һәм “Динамо” йәмғиәте чемпионы. Ярыштар йомғаҡтары буйынса, сыҙамлыҡ, яҡшы физик әҙерлек һәм хәрби характер күрһәтеп, Данил Хөсәйенов беренсе урынды яулаған һәм иҫтәлекле миҙал һәм диплом менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһы пенитенциар ведомствоһы коллективы Данилды һәм уның остаздарын лайыҡлы еңеү менән ҡотлай һәм артабанғы спорт уңыштарын теләй! Фото: Башҡортостан буйынса УФСИН идаралығы.