Иремде бик яратып кейәүгә сыҡҡайным. Матур итеп дуҫлаштыҡ, беҙҙең парға һоҡланмаған кеше булманы. Көнләшкәндәр ҙә етерлек булғандыр. Тик ул ваҡытта бер нимәгә лә иғтибар итмәнем. Өйләнешеп йәшәй башлағас, тәүге йылдар матур ғына торҙоҡ. Икебеҙ ҙә эшләйбеҙ, һәйбәт кенә аҡса ала инек. Өс йылдан мин ауырға ҡалдым. Рифат бик шатланды, түҙемһеҙлек менән сабый тыуғанын көтә башланы. Ә бына бала тыуғайны, үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Улыбыҙҙың илаҡ булыуы уның йәненә ныҡ тейҙе. - Мин һеҙҙе ҡарар өсөн арып-талып аҡса эшләйем, тик өйгә ҡайтып ял итер форсат та юҡ. Ябамы ауыҙын шул балаң, юҡмы? – тип екеренә башланы. Арып-талып тигәне, офиста компьютер алдында ултыра. Әллә ни көрәп алған аҡсаһы ла юҡ ине. Тик мин өндәшмәнем. Ул барыһында ла мине ғәйепләне, имеш мин баланы матурлап ҡарамайым һәм ул шуға илай. Неврология яғынан проблемалары бар тигәнгә иҫе лә китмәне. Уны дауалау өсөн аҡса бирмәй башланы. Йәш ярымға тиклем эшләгән еремдән шәп кенә пособие килеп торҙо. Ә ул аҡса бөткәс, Рифат ысын йөҙөн күрһә