Кисә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров вафат булып ҡалды. Был хәлде бөтә Башҡортостан ғына түгел, уны яратҡан күрше Татарстан халҡы ла бик ауыр ҡабул итте. Татарстанда билдәле шағирә, алып барыусы Ләйлә Дәүләтова ла уның менән дуҫ булған һәм социаль селтәрҙә Фидан ағай тураһында яҙып сыҡты. “Халҡыбыҙҙың иҫ киткес ҙур шәхесе Фидан ағай Ғафаров вафат булған. Уға 77 йәш ине. Операция өҫтәлендә киткән, тинеләр... Бер нисә ай элек хәлемде һорап шылтыратҡан ине. Шул ҡәҙәр йөрәккә үтерлек тауышын һуңғы ишетеүем булған икән. Был хәбәрҙе ишеткәс, ысын түгелдер тип ватсабын ҡараным. Һуңғы тапҡыр кисә кис ингән. Миңә шул тиклем ҙур шәхес менән эшләү бәхете насип булды. Ҙур йөрәкле, сикһеҙ талантлы, юмор хисле, рәхәт кеше, ысын артист ине Фидан ағай. Бергә концерт ҡуйып йөрөгән саҡтар тормошомда иң матур миҙгелдәр булып иҫтә ҡалыр. Йөрәгем илай. Уның рухына доға ҡылайыҡ. Сәхнәләге һымаҡ, мәңгелек донъяларҙа ла урыны ожмах түрҙәрендә булһын, Фидан ағай”, – тип яҙ