Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

💫 Ҡыҫала (22.06-23.07): Бөтә мөһим мәсьәләләрҙе аҙнаның тәүге яртыһында хәл итегеҙ

💫 Ҡыҫала (22.06-23.07): Бөтә мөһим мәсьәләләрҙе аҙнаның тәүге яртыһында хәл итегеҙ. Уйлаған барлыҡ эштәрегеҙгә лә көсөгөҙ һәм ваҡытығыҙ етер. Бер ниндәй көтөлмәгән хәлдәр ҙә һеҙҙе ҡурҡыта алмаҫ. Өҙөлгән бәйләнештәрҙе ҡабаттан тергеҙерһегеҙ. Өҫтәмә йөкләмәләр алырға тура килер. Эшегеҙҙең һөҙөмтәһе менән үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтә алырһығыҙ.

Аҙнаның икенсе яртыһында ҡыйынлыҡтар менән осрашырһығыҙ. Үҙ һүҙегеҙҙе һүҙ итергә тырышмағыҙ. Яҡшылап уйланмаған ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Яңы эштәр башлау өсөн әле ваҡыт етмәгән, ә тамамланмаған эштәрегеҙҙе тамамлап ҡуйһағыҙ - бик яҡшы.