🪐 ЙОНДОҘНАМӘ 28 апрель-4 май 💫 Ылаҡ (22.12-20.01): Аҙна көсөргәнешле килер, шулай ҙа уңыштар ҙа көттөрмәҫ. Тәүге көндәрҙә ғәҙәти булмаған бурыстарҙы атҡарып сығырға тура килер. Күптәрҙең үҙҙәренә ышанысы артыр, был ҡыйынлыҡтар аша үтергә ярҙам итер. Тирә-яҡтағыларҙан теләктәшлек, ярҙам көтмәгеҙ, үҙегеҙгә генә ышанығыҙ. Тәжрибәле хеҙмәттәштәрегеҙҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу ҙа яҙыҡ булмаҫ. Аҙна документ эштәре өсөн уңышлы. Эш алмаштырырға теләүселәр тәүәккәлләһен. Ял көндәрендә ҡырға сығып ял итеү яҡшы.