Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн бик ауыр хәбәр билдәле булды: Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Сафа улы Ғафаров арабыҙҙан китте. Уға 77 йәш ине. Ошоға тиклем театрҙа уйнап, концерттарҙа сығыш яһап йөрөгән кешенең ҡапыл вафат булыуы бар республика халҡын шаңҡытты. Әлеге ваҡытта уның менән бәхилләшеү урыны һәм ваҡыты билдәле булды. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яратҡан артисыбыҙ менән бәхилләшеү 29 апрелдә, шишәмбе М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры бинаһында 10 сәғәттә була. Матәм митингы 11 сәғәттә башлана. Фото: bashdram.ru
Фидан Ғафаров менән бәхилләшеү ҡасан һәм ҡайҙа була?
27 апреля 202527 апр 2025
~1 мин