Башҡортостанда балыҡ тотоуға сикләү ҡабул ителде Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы күрһәтмәһенә ярашлы, бөгөндән 5 июнгә тиклем балыҡты ярҙан тороп бер генә ҡармаҡ менән тоторға мөмкин. 5 килограмдан артыҡ ҡармаҡларға ярамай. Ҡыҙыл китапҡа индерелгән балыҡтарҙы тотоу тулыһынса тыйыла. Сикләү балыҡ ыуылдырыҡ сәскән осорҙа йыл һайын ҡабул ителә.