Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Аяҡтан йығырлыҡ хәбәр... Фидан Ғафаров вафат...

Бөгөн бик ауыр, аяҡтан йығырлыҡ насар хәбәр алдыҡ: РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, йырсы, актер Фидан Ғафаров вафат булған. Ошо көнгә тиклем театрҙа уйнаған, сәхнәләрҙә сығыш яһап йөрөгән шәхескә нимә булғаны әлегә асыҡ билдәле түгел. Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Дүртөйлө районында Яңы Уртай ауылында тыуған. 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә, И.Х. Йомағолов курсында уҡый. Уны тамамлағандан һуң ике йыл үткәс, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә, унда хеҙмәт иткән йылдарында Башҡортостандың театр сәнғәте хазинаһына ингән бик күп ролдәрҙә уйнай. Артист халыҡ һәм эстрада йырҙарын популяр башҡарыусы булып китә. Ф.Ғафаров башҡарыуындағы спектаклдәрҙән йырҙар театрҙың үҙенсәлекле визит карточкаһына әүерелә һәм тамашасылар араһында йәшәүен дауам итә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Фидан Ғафаров ҡайһы берҙә БАДТ сәхнәһендә сығыш яһай, ул Улы Азамат менән бергә концерттар менән әүҙем

Бөгөн бик ауыр, аяҡтан йығырлыҡ насар хәбәр алдыҡ: РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, йырсы, актер Фидан Ғафаров вафат булған. Ошо көнгә тиклем театрҙа уйнаған, сәхнәләрҙә сығыш яһап йөрөгән шәхескә нимә булғаны әлегә асыҡ билдәле түгел. Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Дүртөйлө районында Яңы Уртай ауылында тыуған. 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә, И.Х. Йомағолов курсында уҡый. Уны тамамлағандан һуң ике йыл үткәс, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә, унда хеҙмәт иткән йылдарында Башҡортостандың театр сәнғәте хазинаһына ингән бик күп ролдәрҙә уйнай. Артист халыҡ һәм эстрада йырҙарын популяр башҡарыусы булып китә. Ф.Ғафаров башҡарыуындағы спектаклдәрҙән йырҙар театрҙың үҙенсәлекле визит карточкаһына әүерелә һәм тамашасылар араһында йәшәүен дауам итә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Фидан Ғафаров ҡайһы берҙә БАДТ сәхнәһендә сығыш яһай, ул Улы Азамат менән бергә концерттар менән әүҙем гастролдәрҙә йөрөй. Бәхел бул, бөйөк артисыбыҙ, тыныс йоҡла Фидан ағай.