Найти в Дзене

Сорғот башҡорттары өлгө күрһәтте

Сорғот ҡалаһында йәшәгән башҡорттарҙың үҙ-ара берҙәм булыуы, был төбәктә бихисап милли ойошмаларҙың әүҙем эшләп килеүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Улар кисә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһына ла ихлас ҡушылды. – Беҙ төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт иткән 50-нән ашыу кеше бергәләп диктант яҙҙыҡ. Яҡташтарым – баймаҡтар күп кенә булды. Ғөмүмән, аралашып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, дуҫ-татыу йәшәйбеҙ, – тине Сорғот ҡалаһынан уҡытыусы Земфира Рәшит ҡыҙы Ғирфанова. Әйткәндәй, Башҡорт теленән диктантты бөгөн һәм иртәгә – 27-28 апрелдә лә яҙырға мөмкин. Уның яҙмалары https://bashdictant.ru/ сайтына, https://vk.com/bash_tv, https://vk.com/bash_fond сәхифәләренә ҡуйылған. Теләүселәр ошо яҙмаларҙы ҡарап, диктант яҙа ала. Эштәрегеҙҙе тикшертеү өсөн диктанттың фотоһын (сканын) https://t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботына йәки bashdictant2025@yandex.ru электрон почтаһына ебәрегеҙ. Фотолар: З. Ғирфанова. #башҡорттелендәдиктант#башдиктант#башдиктант2025#диктантпобашкирскомуязыку#башҡортсадиктантяҙам