Был бер йыл элек булған хәл тураһында “КП-Өфө” баҫмаһы яҙа. 22 йәшлек Лиана исемле ҡатын ауырға ҡала. Ул шәхси клиникала тикшерелә, йөклөлөгө бер ниндәй ауырлыҡһыҙ үтә. Баланы табырға ваҡыты еткәс иһә, табиптар шунда уҡ сабый ҙур, ҡатмарлыҡтар булыуы ихтимал тип иҫкәртә. Шулай килеп сыға ла. Тәүҙә уға уколдар яһап, яһалма рәүештә бала табыу процесын башлаталар, аҙаҡ бәпес тыуа алмай тығылып ҡала. Лилиә баланы операция ярҙамында алыуҙы һорағас, табипта баш тарта: “Йәшһең, үҙең табырһың!” – тиҙәр. Сабыйы тыуыу мәлен йәш әсә әле һаман ҡото осоп иҫкә төшөрә. Ауыртыу өсөн дә түгел, ә балаһының ғүмер менән үлем араһында булыуын тоя һәм уның өсөн бик ҡурҡа. “Уны минән һытып тигәндәй сығарҙылар. Бүлексә мөдире килде һәм эсемә ныҡ итеп баҫты, бының ярамаған ысул икәнлеген беләм. Мин уның ҡулын алырға тырыштым, тик көсөм булманы, ҡысҡырҙым, тик ярҙам итмәне”, – тип һөйләгән ҡатын хәбәрселәргә. Һөҙөмтәлә малай тыуған саҡта уның ключицаһы һына һәм 12 минут буйы йөрәге типмәй. Бәхеткә, уны ҡотҡарал