Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

#Сәләмәтауыл #Өмәләр #ЙәшелБашҡортостан

#Сәләмәтауыл #Өмәләр #ЙәшелБашҡортостан Һәмәндәр баҡсалы булды Улар Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән "Сәләмәт ауыл - 2024" конкурсында ҡатнашып икенсе урын яуланы һәм аҡсалата призға лайыҡ булғайны. Үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң ошо аҡсаға материалдар алып Һәмән - Билал араһына аллея эшләргә һүҙ ҡуйышты. "Башланған эш - бөткән эш", - тиҙәр. Ауыл старостаһы Азамат Йәрмөхәмәтов етәкселегендә ир-егеттәр бөгөн баҡсаны эшләп тә ҡуйҙы. Афарин, өмәселәр! Бына улар: Марат Әминев, Рафиҡ Әминев, Шафик Әминев, Зәбир Боҫҡонов, Данил Нурғәлин, Искәнйәр Нурғәлин, Азат Нурғәлин, Вильдан Нурғәлин, Фәнил Сәлихов, Фәнис Кинйәбулатов һәм уның ҡыҙы Уралия Кинйәбулатова. Ағинәйҙәр Фәһимә Һибәтуллина һәм Гөлшат Нурғәлина өмәселәрҙе самауыр сәйе һәм тәмле былау менән һыйланы. Һеҙҙең барығыҙға ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ, үҙегеҙ имен-һау булығыҙ! Тиҙҙән ошо баҡсаға ағастар ултыртырҙар. Улар шаулап үҫеп, үҙҙәренең сәкәләре һәм емештәре менән барыһын да ҡ

#Сәләмәтауыл #Өмәләр #ЙәшелБашҡортостан

Һәмәндәр баҡсалы булды

Улар Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән "Сәләмәт ауыл - 2024" конкурсында ҡатнашып икенсе урын яуланы һәм аҡсалата призға лайыҡ булғайны. Үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң ошо аҡсаға материалдар алып Һәмән - Билал араһына аллея эшләргә һүҙ ҡуйышты. "Башланған эш - бөткән эш", - тиҙәр. Ауыл старостаһы Азамат Йәрмөхәмәтов етәкселегендә ир-егеттәр бөгөн баҡсаны эшләп тә ҡуйҙы. Афарин, өмәселәр! Бына улар: Марат Әминев, Рафиҡ Әминев, Шафик Әминев, Зәбир Боҫҡонов, Данил Нурғәлин, Искәнйәр Нурғәлин, Азат Нурғәлин, Вильдан Нурғәлин, Фәнил Сәлихов, Фәнис Кинйәбулатов һәм уның ҡыҙы Уралия

Кинйәбулатова. Ағинәйҙәр Фәһимә Һибәтуллина һәм Гөлшат Нурғәлина өмәселәрҙе самауыр сәйе һәм тәмле былау менән һыйланы. Һеҙҙең барығыҙға ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ, үҙегеҙ имен-һау булығыҙ!

Тиҙҙән ошо баҡсаға ағастар ултыртырҙар. Улар шаулап үҫеп, үҙҙәренең сәкәләре һәм емештәре менән барыһын да ҡыуандырыр!

-2
-3
-4
-5
-6
-7