Быйыл «Үлемһеҙ полк» акцияһы Өфөлә традицион форматта — марш рәүешендә үтәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге кәңәшмәлә хәбәр итте. Төбәк етәксеһе район хакимиәттәре башлыҡтарына саралар үткәреү маршрутын һәм тәртибен билдәләргә ҡушты. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан төп тантаналар Өфөлә 2025 йылдың 9 майында үтәсәк. Улар Совет майҙанындағы Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә һәм Еңеү паркының мемориаль комплексындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыуҙан башлана. Был көндө Өфөлә хәрби хеҙмәткәрҙәр, хәрби техника парады һәм «Үлемһеҙ полк» акцияһы төп сара буласаҡ. Ғәҙәттәгесә, "Үлемһеҙ полк"та хәрби парад һәм хәрби техника үткәндән һуң Октябрь проспекты буйлап Галле ҡалаһынан Кольская урамы менән киҫешкәнгә тиклем уҙасаҡтар. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 6 км. Марш барышында ҡатнашыусылар рус һәм башҡорт телдәрендә «Катюша» йырын башҡара. 10:00 сәғәттән 11:00 сәғәткә тиклем төп колоннаны формалаштырыу һәм ҡатнашыусыларҙы йыйыу; - 11:00 сә