Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әбйәлилдә яңы предприятие төҙөлөрмө?

Һуңғы көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә Әбйәлил районының Буранғол ауыл биләмәһенә ҡараған Салауат утары янындағы баҡыр мәғдәне майҙансығында геологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн лицензия алыуы хаҡындағы төрлө хәбәрҙәр халыҡ араһында ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индереү, урындағы халыҡ менән күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап биреү маҡсатында “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев, ойошманың тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү һәм контролдә тотоу бүлеге начальнигы Евгения Иванкина, тау-байыҡтырыу һәм эшкәртеү комплексының әйҙәүсе экологы Диана Кәримова, Өфө фән һәм технологиялар университетының кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы, геология-минералогия фәндәре кандидаты, доцент Владимир Никонов, "Башнедра" тау-геологик мираҫын, мәғариф һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты Рәсих Хәмитов ҡатнашлығында осрашыу үтте. Тәүҙә осрашыу Буранғол ауылында булды. Ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов осрашыуҙың маҡсаты менән таныштырып, ауыл халҡына

Һуңғы көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә Әбйәлил районының Буранғол ауыл биләмәһенә ҡараған Салауат утары янындағы баҡыр мәғдәне майҙансығында геологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн лицензия алыуы хаҡындағы төрлө хәбәрҙәр халыҡ араһында ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индереү, урындағы халыҡ менән күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап биреү маҡсатында “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев, ойошманың тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү һәм контролдә тотоу бүлеге начальнигы Евгения Иванкина, тау-байыҡтырыу һәм эшкәртеү комплексының әйҙәүсе экологы Диана Кәримова, Өфө фән һәм технологиялар университетының кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы, геология-минералогия фәндәре кандидаты, доцент Владимир Никонов, "Башнедра" тау-геологик мираҫын, мәғариф һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты Рәсих Хәмитов ҡатнашлығында осрашыу үтте. Тәүҙә осрашыу Буранғол ауылында булды. Ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов осрашыуҙың маҡсаты менән таныштырып, ауыл халҡына үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында аныҡ һорауҙар биреүен, ике яҡлы диалогтың эшлекле шарттарҙа үтеүен теләп, һүҙҙе “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәевкә тапшырҙы. Ул, үҙ сиратында, Әбйәлил районындағы инвестиция проекты сиктәрендә, Салауат утары янындағы майҙансыҡта геологик тикшереүҙәр үткәреү пландары менән таныштырҙы һәм әлеге көндә Томинск тау-байыҡтырыу компанияһы миҫалында ойошманың эшен, хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылыуы, әгәр ҙә комбинат төҙөлә ҡалһа, экология һәм тирә-йүндәге тәбиғәт өсөн уның тәьҫире, ятҡылыҡта эшләү алымдары, буласаҡ эш урындары хаҡында ентекле һөйләне. Шулай уҡ халыҡ өсөн махсус әҙерләнгән ролик та күрһәтелде. Ауыл халҡының үҙ тәбиғәте, уның киләсәге өсөн борсолоуҙарын аңларға була. Буранғол ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡты бигерәк тә ул урындан башланған Бәләкәй һәм Оло Ҡыҙыл йылғаларының башы булыуы, комбинат төҙөлә ҡалһа, уның бөтөнләй юҡҡа сығыуы, һыуҙың ер аҫтына китеүе хәүефкә һала. Шулай уҡ бынан бер нисә йыл элек Исхаҡ ауылында теркәлгән себер язваһы менән ауырыған малдарҙы шул урындан алыҫ булмаған ерҙә күмеүҙәре лә билдәле булды. Урындағы халыҡты тыуған яғының үҙенсәлекле тәбиғәтен, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәр һәм хайуандарҙың юҡҡа сығасағы борсоно, күрше Магнитогорск һәм яҡын район биләмәләрен һыу менән тәьмин иткән йылғалар сығанаҡтарын һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен дә күтәрҙе. Амангилде ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡты ла тап ошондай һорауҙар борсоно. Әйткәндәй, халыҡтың бер һорауы ла яуапһыҙ ҡалманы. Таһир Тимербай улы әйтеүенсә, етәкселек район халҡы менән һәр саҡ асыҡ диалогка әҙер, уларҙың тәҡдимдәре һәм фекерҙәре иҫәпкә алынасаҡ, бындай осрашыуҙар райондың һәр ауыл биләмәһендә үтәсәген белдерҙе. “Беҙҙең ҡулыбыҙҙа ил хөкүмәте рөхсәт биргән лицензия бар, әлегә, йәнә бер тапҡыр ҡабатлап әйтәм, беҙ Салауат утары янындағы баҡыр мәғдәне майҙансығында геологик тикшеренеүҙәр үткәрәсәкбеҙ. Әммә унда күпме баҡыр мәғдәне бар, уны эшкәртеү өсөн ниндәй алымдар ҡулланыласағы, ер ҡатламының рельефын тулыһынса өйрәнмәй тороп, әлегә тулыһынса бер ниндәй фараз да ҡабул итә алмайбыҙ. Комбинат төҙөлөрмө, төҙөлмәҫме, уныһын да аныҡ әйтеп булмай. Шуға күрә беҙ әлегә урындағы халыҡтың фекерҙәрен тыңлайбыҙ, уларҙың тәҡдимдәрен өйрәнәбеҙ, тәбиғәт шарттары менән яҡындан танышабыҙ, нисек тә тәбиғәткә, Ҡырҡты тауҙарына, Ҡыҙыл йылғаһына зыян килтермәй, геологик разведка эштәрен тулы кимәлдә атҡарып сығырға иҫәп тотабыҙ. Был тәңгәлдә урындағы халыҡтың беҙҙе аңлап ҡабул итеүҙәренә ышаныбыҙ”, - ти "Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев. Буранғол һәм Амангилде ауылдарында үткән осрашыуҙар тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында яҡындан танышырһығыҙ. Автор һәм Илья Панченко фотолары.