Бер ваҡыт Өфөлә йәшәгән ҡатынға ерләү хеҙмәтенән кешеләр килеп, домофон аша уның улының үлеүе тураһында хәбәр еткергәндәр. Әммә ысынында ғәзизе тере булып сыҡҡан. Хәл былай була. Бер нисә көн элек 51 йәшлек ир үҙен насар тойоу сәбәпле, дауаханаға бара. Ул 18-се дауахананың кардиология бүлексәһенә эләккәс, йөрәгенә операция эшләйҙәр. Төнгә ҡарай ирҙең туғандарына ерләү хеҙмәтенән кешеләр килеп, ҡот осҡос яңылыҡты еткерә һәм үҙҙәренең хеҙмәтен тәҡдим итә. “Теге донъяға” киткән ирҙең ҡатыны менән әсәһе шунда уҡ туғандарына шылтыратырға тотона, ә ағаһы дауаханаға юл тота. Медицина учреждениеһы журналында ҡустыһының үлем ваҡыты 17:15 сәғәт тип күрһәтелгән була. Әммә... ”үлгән” ир һуңғы тапҡыр ғаиләһе менән 21:00 сәғәттә телефондан һөйләшкән булып сыға... Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, был хәл техник сәбәптәр арҡаһында килеп сыҡҡан. Атап әйткәндә, пациентты реанимациянан кардиологияға күсергәндә хата киткән. Һуңынан улар “системаның эшлектән сығыуы тураһында үҙебеҙ ҙә белмән