Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан кешеһе законһыҙ ҡорал һәм һуғыш кәрәк-ярағы менән тотолдо

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре Октябрьский ҡалаһында йәшәгән кешенең енәйәти эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүен асыҡлап, уға сик ҡуйған. Ул интернет аша законһыҙ рәүештә атыу ҡоралы һәм һуғыш кәрәк-ярағы һатып алып, уларҙы йәшәгән урынында һаҡлаған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 24 йәшлек ир социаль селтәр аша хәрби ҡорал итеп үҙгәртелгән Макаров пистолеты, Мосин мылтығы һәм карабины, шулай уҡ сигнал пистолеты һатып алған. Һуңғыһын шәхсән үҙе хәрби патрондар менән атырға яраҡлы итеп үҙгәрткән. Бынан тыш, уның өйөндә 9 мм калибрлы 215 патрон, 5,6 мм калибрлы 39 спорт-һунар патроны һәм үҙе эшләгән 17 патрон табылған. Законһыҙ эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыу өсөн был ир ҡоралға тәғәйен өлөшсәләр, гильзалар, пулялар, шулай уҡ шартлатҡыстар яһау өсөн кәрәк-яраҡ һатып алған. Экспертиза тартып алынған атыу ҡоралдары, өлөшсәләр һәм патрондар хәрби төргә ҡарай һәм атыу өсөн яраҡлы тигән һығымта сығарған. Ғәйепләнеүсегә ҡарата һаҡ аҫтына алыу тигән я

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре Октябрьский ҡалаһында йәшәгән кешенең енәйәти эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүен асыҡлап, уға сик ҡуйған. Ул интернет аша законһыҙ рәүештә атыу ҡоралы һәм һуғыш кәрәк-ярағы һатып алып, уларҙы йәшәгән урынында һаҡлаған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 24 йәшлек ир социаль селтәр аша хәрби ҡорал итеп үҙгәртелгән Макаров пистолеты, Мосин мылтығы һәм карабины, шулай уҡ сигнал пистолеты һатып алған. Һуңғыһын шәхсән үҙе хәрби патрондар менән атырға яраҡлы итеп үҙгәрткән. Бынан тыш, уның өйөндә 9 мм калибрлы 215 патрон, 5,6 мм калибрлы 39 спорт-һунар патроны һәм үҙе эшләгән 17 патрон табылған. Законһыҙ эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыу өсөн был ир ҡоралға тәғәйен өлөшсәләр, гильзалар, пулялар, шулай уҡ шартлатҡыстар яһау өсөн кәрәк-яраҡ һатып алған. Экспертиза тартып алынған атыу ҡоралдары, өлөшсәләр һәм патрондар хәрби төргә ҡарай һәм атыу өсөн яраҡлы тигән һығымта сығарған. Ғәйепләнеүсегә ҡарата һаҡ аҫтына алыу тигән яза төрө һайланған. Фото: БР буйынса Федераль именлек хеҙмәте идаралығы.