Башҡортостанда көндәрҙең -5 градусҡа тиклем һалҡынайыуы һәм тиҙлеге секундына 26 метрға еткән көслө ел көтөлә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 28 апрелдә - кисен һәм 29 апрелдә көндөҙ республикала хәүефле күренештәр көтөлә: көслө ел тиҙлеге секундына 26 метрға тиклем етә. 29 апрелдә төндә 0-дән -5 градусҡа тиклем һыуыта. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: - алыҫ юлға сығыуҙан тыйылығыҙ; - электр тапшырыу линиялары, ағастар, реклама таҡталары һәм конструкциялар эргәһендә торорға һәм улар аҫтына автомобиль ҡуйырға ярамай; - тиҙлек режимын үтәгеҙ һәм хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағырға онотмағыҙ. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 һандарына шылтыратығыҙ. Нәсих Хәлисов фотоһы.