Башҡортостан ҙур байрам – Бөйөк Еңеү көнөнә әҙерләнә. Төп саралар Өфөлә үтәсәк, шулай уҡ һәр ҡала һәм районда бик күп ваҡиғалар планлаштырылған. Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә байрамға әҙерлек тураһында һөйләшеү булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итеүенсә, Еңеү көнө уңайынан төп тантаналар 9 майҙа Совет майҙанындағы Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланасаҡ. Артабан Еңеү паркының мемориаль комплексында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы үтәсәк. Тантаналы йыйылыш һәм байрам концерты “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк. – Һәр блок буйынса сценарий планы төҙөлдө, – тине Урал Килсенбаев. – Сараларҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән кешеләр, Рәсәй Геройҙары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Урал Килсенбаев билдәләүенсә, республика муниципалитеттарында һәйкәлдәрҙе, мемориалдарҙы һәм обелисктарҙы тейешле күренешкә килтереү буйынса әүҙем эш алып барыла.