Тамашасыларға, айырыуса үҫеп килеүсе быуынға һәм йәштәргә тәғәйенләп, илһөйәрлек менән һуғарылған концерт программаһы тәҡдим ителә. Туған көйҙәребеҙгә, милли йолаларға һөйөү уятырлыҡ итеп төҙөлгән тамашала боронғо көйҙәр, халыҡ йырҙары: “Урал”, “Ҡаһым түрә”, “Ашҡаҙар”, “Ҡолой кантон”, “Абдрахман”, “Байыҡ”, “Зарифа”, “Ирмәк” һәм башҡалар урын алған. Программала заманса эшкәртеү менән башҡарылған халыҡ көйҙәре лә бар. Был инде йәштәргә ҡыҙыҡлы булыр, моғайын. Беренсе тамаша Асҡын ауылында булды, бөгөн коллектив Благовещенда сығыш яһаны, иртәгә – Йомағужала, 23-өндә – Стәрлетамаҡта һәм 25 ноябрҙә Талбазыла концерт була. Декабрь айына Салауатта, Мәләүездә, Ишембайҙа һәм башҡа ҡалаларҙа сығыштар ҡаралған. 2025 йылдың башында Силәбе өлкәһенә һәм Татарстанға сәйәхәт күҙаллана. Ансамблдең художество етәксеһе, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов әйтеүенә ҡарағанда, артабан халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың сығыштарын ҡушырға ла ниәт бар. “Бының өсөн коллективты киңәйтергә уй бар”, - ти у
Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге гастроле башланды
19 ноября 202419 ноя 2024
1 мин