Шулай итеп: * Радий Хәбиров ВТБ банкы етәкселегенә концессия нигеҙендә Өфөнөң төньяғындағы Интернациональ урамы башында Ағиҙел йылғаһы аша автомобиль күпере төҙөргә, шулай уҡ вуз-ара студенттар кампусының икенсе өлөшөн төҙөүҙә ҡатнашырға тәҡдим итте. ВТБ-ның генераль директоры Андрей Костин коллегаларына был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың финанс моделдәрен эшләргә ҡушты; * “Инфратех-концессии” компанияһының идара итеүсе директоры Андрей Шишкин менән Ағиҙел аръяғын баш ҡаланың үҙәк өлөшө менән тоташтырырлыҡ, Ағиҙел йылғаһы аша Өфөнөң Революция урамы сатына килеп сыға торған күпер төҙөү проекты буйынса хеҙмәттәшлек тураһында фекер алыштылар; * Дүртөйлө – Әсет араһында ауыр йөк машиналары материалдар ташығанда зыян күргән республика һәм муниципаль-ара юлдарҙы тергеҙеү планы буйынса “Автодор”ҙың етәксеһе Вячеслав Петушенко менән һөйләшеү; *Башҡортостан Башлығы һәм “Азимут” авиакомпанияһының директорҙар советы рәйесе Павел Удод Өфө – Таулы Алтай (Алтай Республикаһы) яңы маршрутын асыу персп
"Рәсәй транспорты"ның тәүге көнө Башҡортостан делегацияһы өсөн емешле булды
19 ноября 202419 ноя 2024
1 мин