“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Халыҡ-ара әсә көнөнә арналған конкурста ҡатнашҡан, Шаран районының Наратаҫты ауылында йәшәгән Светлана Валерий ҡыҙы менән Тимур Венер улы Яҡуповтар ғаиләһендә һигеҙ бала тәрбиәләнә. Татыу, уңған ғаиләлә дүрт ҡыҙ – Арина (16 йәш), Милана (13 йәш), Элина (6 йәш) һәм Ралина (1 йәш) үҫә. Тағы дүрт малай - Даниил (17 йәш), Рөстәм (9 йәш), Руслан (8 йәш) һәм Рамазан (2 йәш) буй еткерә. - Ғаиләбеҙ татыу, берҙәм һәм дуҫ. Ғаиләбеҙ менән ғорурланам. Бәхетебеҙ – ул беҙ, бер-беребеҙгә яратыуыбыҙ, ярҙамыбыҙ, аңлауыбыҙ. Төрлө сараларҙа ҡатнашырға яратабыҙ, шулай итеп, балаларға хәрәкәттең тормош икәнлеген аңлатабыҙ, - тип хәбәр итте беҙгә бәхетле әсәй. – Ҡыҙҙарыбыҙға һәм улдарыбыҙға атай-әсәйебеҙ тапшырған йолаларҙы һаҡларға өйрәтәбеҙ. Һәр байрамға, шулай уҡ дини байрамдарға хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Даниил менән Арина – Туймазы юридик колледжы студенттары. Милана, Рөстәм һәм Руслан Наратаҫты ауылындағы мәктәптә белем ала. Элина менән Рамазан балалар ба
Кеше ғүмерен ҡотҡарған малай ошо ғаиләлә тәрбиәләнә
19 ноября 202419 ноя 2024
3 мин