Вуз-ара студенттар кампусында Рәсәй төбәктәренә «Өң» милли киберфизика платформаһы хаҡында һөйләнеләр 18 ноябрҙән 19-на тиклем вуз-ара студент кампусында «Өң-Берлога» милли киберфизика платформаһының төбәк-ара конференцияһы уҙҙы. Конференцияның маҡсаты – Башҡортостан Республикаһында «Өң» Милли киберфизика платформаһы проектын тормошҡа ашырыу тәжрибәһен Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре менән уртаҡлашыу. - Беҙҙең республикала йәштәрҙе заманса технологиялар донъяһына һәм техник ижадҡа йәлеп итеү буйынса проекттың уникаль форматы тормошҡа ашырыла. Был тәжрибә беҙҙең өсөн Башҡортостан Республикаһы үҫешенең технологик векторын тормошҡа ашырыуҙа төп тәжрибәләрҙең береһе булды, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин. Конференцияла профилле министрлыҡтар һәм муниципаль идаралыҡтар вәкилдәре, «Өң» милли киберфизика платформаһының төбәк координаторҙары, өҫтәмә белем биреү һәм мәғариф ойошмалары уҡытыусылары, методистар һәм о