Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре көн оҙоно эшлекле осрашыуҙарҙа, сессияларҙа һәм фекер алышыуҙарҙа ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә тәүге эш көнөнөң һөҙөмтәләрен барланы. Республикабыҙ стенды, ғәҙәттәгесә, күргәҙмә ҡунаҡтарының иғтибарын ныҡ йәлеп итә. Бында Рәсәй субъекттары етәкселәре, министрҙар, компания, ведомстволар етәкселәре күпләп килә. Башҡортостан быйыл күргәҙмәлә ҙур юл проекттарын - Өфөнөң "Көньяҡ ҡапҡаһы"н, Көньяҡ урау юлын, Интернациональ урамы башында Ағиҙел йылғаһы аша күпер һәм башҡа инфраструктур проекттарҙы тәҡдим итте. Улар барыһы ла республикала тормошҡа ашырылып килә. "Рәсәй транспорты" форумына транспорт системаһын үҫтереүгә, юл инфраструктураһын булдырыуға өлөш индергәндәр йыйыла. Беҙ ҙә бында йыл да киләбеҙ. Бында осрашыуҙар йыш үткәрелә. Нимә тураһында һөйләшәбеҙ - бөтәһе лә протоколдарҙа яҙыла. Даими, ентекле эшләп, М-5 һәм М-7 федераль трассаларының республикабыҙ аша үткән өлөштәрен дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү
Радий Хәбиров форумдағы беренсе көн һөҙөмтәләрен барланы
19 ноября 202419 ноя 2024
1 мин