Йырсы Миңзәлә Түләбаева интернетта бик популяр "Фәрештәнең күҙ йәштәре" бәлешен бешереп ҡараған."Рецебын күрҙем дә, тынғылыҡ таба алмайым бит. Барыбер бешереп ҡуйҙым был тәмлекәстҽ. Былай мин үҙем эремсҽк менән бик дуҫ түгелмҽн ул. Ә бына был бәлештең составыңда эремсек бик урынлы ҡулланылған. Тәмҽ?! Тҽлдҽ йоторлоҡ, дуҫтар. Бешерегеҙ", - тип яҙа ул сәхифәһендә.Булмаһа тәүәкәлләп ҡарайыҡ һуң. Бәлеш рецебы:Ҡамыр өсөн 90 гр. аҡ май, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа һарыһы, 1 сәй ҡалағы ҡаймаҡ, 1 стакан он кәрәк. Барыһын да бутап, ҡамыр әүәләгеҙ, уны ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ.Эслек өсөн иһә 500 гр. эремсек, 3 йомортҡа һарыһы, 150 гр. шәкәр ҡомо, 100 мл ҡаймаҡ, 1 ҡап ванилин, 2-3 аш ҡалағы манный ярмаһы алығыҙ. Миксер ярҙамында барыһын да болғатҡас, 30 минутҡа ултыртып тороғоҙ.Табаны майлап, ҡамырҙы ҡул менән йәйеп, өҫтөнә эслекте ағыҙырға. 180 градус ҡыҙыулығындағы мейескә 25 минутҡа ҡуйырға. 10 минут ҡалһа тиҙ генә йомортҡа ағын күпертеп алырға кәрәк. Уның өсөн 4 йомортҡа ағы һәм
Йырсы Миңзәлә Түләбаева ниндәй бәлеш бешереп ҡараған?
19 ноября 202419 ноя 2024
1 мин