19 ноябрҙә төбәк Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә “Транспорт аҙналығы“ сиктәрендә үткән XVIII халыҡ-ара “Рәсәй транспорты“ тармаҡ күргәҙмәһе майҙансығында эш башланы. Эшлекле сара майҙансығында республика Башлығы ВТБ банкы идараһы рәйесе – президенты Андрей Костин менән осрашты. Яҡтар дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптарында социаль һәм юл инфраструктураһы проекттарын тормошҡа ашырыу перспективаларын тикшерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктең ВТБ төркөмө менән хеҙмәттәшлеге 2022 йылдың июнендә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡул ҡуйылған килешеү менән нығытылды. ВТБ банкы ҙур проекттарҙы финанслауҙа, атап әйткәндә, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөүҙә ҡатнаша. Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ВТБ банкы менән хеҙмәттәшлектең ыңғай тәжрибәһен билдәләне, шулай уҡ берлектәге бер нисә перспективалы проекттарҙы билдәләне. – Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы ҡала юл селтәрен һиҙелерлек кәметте. Унда трафик күрһәткестәре көслө. Ошо ҡаҙаныштар менән ген