Проекттың инициаторы, шәхси эшҡыуар Винер Нурғәлиев 2024 йылдың июнендә Ҡариҙел районының “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә Ҡариҙең ауылының Йәштәр биҫтәһендә автомобилдәр йыуыу урыны төҙөү тәҡдиме менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Проект «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сиктәрендә ярҙам алыуға иреште. Башта эшҡыуар шулай уҡ муниципаль кимәлдә субсидия алған. Был уға бизнесын үҫтерергә һәм клиенттар өсөн юғары сервис кимәлен тәьмин итергә ярҙам иткән. Ҡариҙел район хакимиәте эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә һәм уларҙың проекттарын тормошҡа ашырыуҙа комплекслы ярҙам күрһәтә. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы кәңәшмәләр - республикабыҙҙың “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған һөҙөмтәле тәжрибәләренең береһе. Бындай осрашыуҙар эшҡыуарҙарға үҙҙәренең бизнес-идеяларын үҫтерергә һәм ярҙам алырға ярҙам и