Был матур ҡартайған парға йортобоҙҙа һоҡланмаған кеше юҡ. Улар һәр ваҡыт ҡултыҡлашып, ҡупшы кейенеп йөрөй. Гел бергәләр, сөкөр-сөкөр нимә тураһындалыр һөйләшәләр, күршеләр менән дә ихлас аралашалар. Ә йорттағы һәр баланы үҙҙәренең ейәндәре кеүек күрәләр. Улар өсөн кеҫәләрендә гел кәнфит-тәмлекәстәр ята, байрамдарға бәләкәй генә уйынсыҡтар ҙа бүләк итәләр. Ә бына үҙҙәренең ейәндәре лә, балалары ла юҡ. Дөрөҫөрәге булған, тик... Бына уларҙың тарихы. “Бик яратышып өйләнештек беҙ Мөхтәр менән. Бер-береһе менән тын алып йәшәй, тиҙәрме әле? Беҙ ҙә шундай инек. Ғүмер буйы ҡалала йәшәһәк тә, ауыл кешеләребеҙ, мин - мәктәптә уҡытыусы, ирем водитель ине. Ул аҙналар буйы сит өлкәләрҙә командироваларҙа йөрөнө. Мин уҡыусыларым менән мәж килеп, һағынып-зарығып үҙен көтә инем”, – тип һүҙ башланы Әминә инәй. Матур, татыу парға һоҡланғандар ҙа, көнләшкәндәр ҙә күп була. Әминәнең әхирәте Гәүһәр, күрәһең, көнләшеүселәр рәтендә булғандыр. Иренең сираттағы командировкаға китеүен ишетеү менән йыш ҡына әхирәт