Ҡарлығаш Ҡосбаева форумда ҡатнашыусыларға неофольклор стилендәге «Дала» коллекцияһын тәҡдим итә. Унда ҡаҙаҡ далаларының тәбиғәте, йәнлектәр донъяһы һәм үҙенсәлекле матурлығы сағыла. – Рәсәй-Башҡортостан форумында ҡатнашыу – ул Рәсәйҙәге коллегаларым менән тәжрибә һәм белем уртаҡлашыу өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек, – ти дизайнер. – Бындай саралар профессионалдарҙы берләштерә, яңы бәйләнештәр булдырырға ярҙам итә һәм, иң мөһиме, дизайн өлкәһендәге үҫешкә илһамландыра. Һис шикһеҙ, башҡорттарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың уртаҡ мәҙәни ҡиммәттәре һәм йолалары күп. Беҙ оҡшаш ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, телде, тарихи хәтерҙе һәм сәнғәткә һөйөүҙе уртаҡлашабыҙ. Был мәҙәни берҙәмлек беҙгә бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ аңларға һәм халыҡтарыбыҙ араһында тәрән, йылы мөнәсәбәттәр булдырырға ярҙам итә. Мине кешеләрҙең тәбиғәте һәм энергияһы, уларҙың тормошсан тарихы һәм мәҙәни мираҫы илһамландыра. Ошо тойғо мин уйлап сығарған кейемдәрҙә сағылыш таба. Һәр биҙәктә беҙҙең мәҙәниәттәрҙең матурлығын сағылдырырға ынтылдым. Рәсәй исеменән
"Рәсәй – Ҡаҙағстан” форумында халыҡ-ара мода күрһәтеләсәк
19 ноября 202419 ноя 2024
1 мин