21 ноябрҙә Өфөләге “Китап” магазинында уникаль мәҙәни ваҡиға – “ПоЧитатели книг” проекты уҙғарыла. Көнө буйы билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, медиа һәм ижад өлкәһендәге шәхестәр эксперт ролендә сығыш яһап, китаптың әһәмиәте һәм уның йәмәғәтселеккә йоғонтоһо тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашасаҡ. Сәғәт һайын эксперттар бер-береһен алмаштырып торасаҡ, ҡунаҡтар һорауҙарын бирә, аралаша һәм бүләктәр ала аласаҡ. Программа 13:00 сәғәттә Башҡорт республика гимназияһы директоры Илнур Сәлиховтың лекцияһы менән башлана. Ул китаптарҙың үҫеп килеүсе быуынға йоғонтоһо хаҡында һөйләйәсәк. Артабан сәйәсәт фәндәр докторы Эльвира Ямалова студенттар өсөн әҙәбиәт һайлауҙа тәҡдимдәрен әйтәсәк. Көндөң икенсе яртыһында музыканттар һәм ижади шәхестәр сығыш яһаясаҡ. Башҡорт рэп-башҡарыусыһы МС Баш һәм «Бишбармаҡ» оркестры ҡунаҡтарға онотолмаҫлыҡ музыкаль тәьҫораттар бүләк итәсәк. Яҙыусы Нелли Мартова балалар өсөн яҙылған китаптары хаҡында һөйләйәсәк, ә телевидение алып барыусыһы Флүрә Мурзина киң мә