Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡорт рокерҙары Өфөнө шаулатырға йыйына

Концерттың төп маҡсаты – башҡорт рок-музыкаһын популярлаштырыу, алдынғы башҡорт рок төркөмдәрен бер майҙанға йыйыу һәм йәш таланттарға ижади яҡтан ярҙам итеү. Махсус ҡунаҡтар – легендар “Дәрүишхан” һәм “Рух” рок төркөмдәре, “Олотау” ҡаҙаҡ этно-рок төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Elvin Grey). Концертта, хиттарҙан тыш, тере тауышҡа башҡарылған яңы композициялар ҙа яңғырай. Сарала шулай уҡ заман рокерҙары – “Ҡышҡы йәйғор”, “Ҡараташ”, “102 проекты”, “Бүреләр”, “Бишбармаҡ” төркөмдәре һәм башҡалар ҡатнаша. Уларға популяр башҡарыусылар Заһир Иҫәнсурин, Рәсүл Ҡарабулатов, Артур Кәбиров һәм Ирдан ҡушыла. Концерт киске сәғәт 6-ла башлана. Инеү ирекле. Адресы: Өфө ҡалаһы, Муса Гәрәев урамы, 5. Йәш сикләүе - 12+.