17 ноябрь – Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көн көнүҙәккә әйләнде, сөнки көн дә юлдарҙағы аварияларҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Ә һандар, ысынлап та, тетрәндергес. Мәҫәлән, быйыл 10 айҙа республика биләмәһендәге юлдарҙа 2431 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 330 кешенең ғүмере өҙөлгән, 2967 кеше йәрәхәттәр алған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы идаралығының хәүефһеҙ ю хәрәкәтен пропагандалау бүлеге етәксеһе Линар Зиннуров журналистар менән осрашыуҙа хәбәр итеүенсә, быйыл республиканың Мәләүез, Йәрмәкәй, Краснокама, Мишкә һәм Өфө райондарында юл-транспорт ваҡиғалары, һәләк булыусылар һәм уларҙа яраланғандар һаны артҡан. Шулай уҡ 28 муниципаль берәмек биләмәһендә һәләк булыусылар һаны буйынса үҫеш күҙәтелгән. Линар Зиннуров Башҡортостандың иң хәүефле юлдарын да атаны. – Был Өфө – Инйәр – Белорет, Өфө – Шишмә – Ҡырғыҙ – Миәкә, Өфө – Яңауыл, Дүртөйлө – Нефтекама, Иглин, Өфө,