“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфө ҡалаһының Калинин районына ҡараған Карпов ауылында яңы модулле табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Амбулатория заманса медцина ҡорамалдары һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн бүлмә, терапевт, педиатр, процедура, прививка эшләү кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау өсөн айырым бүлмә бар. Тәүге медик-санитар ярҙамды заманса табиплыҡ амбулаторияһында өс ауыл – Карпов, Самохваловка, Йылҡыбай ауылдары халҡы аласаҡ. Был 1700-ҙән ашыу кеше тигән һүҙ. – Беҙ ҡаланың төньяҡ өлөшөндә беренсе табиплыҡ амбулаторияһы асылыуына бик шатландыҡ. Был хәл ауылдар халҡының үҙ ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы алыуына ярҙам итәсәк, – тине 13-сө ҡала дауаханаһының баш табибы Булат Ғарифуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.