Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәрмәкәй ауылында "Дуҫлыҡ" паркын төҙөкләндереү тамамланды

Башҡортостандың Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылында "Дуҫлыҡ" паркын төҙөкләндереү тамамланды. Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында башҡарылды. Паркта каналдар ярҙары нығытылды, күперҙәр төҙөлдө, ҡоймаларға капиталь ремонт яһалды, балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтеү өсөн юл билдәләре менән балалар автомобиль ҡаласығы, күп функциялы спорт майҙансығы, саралар үткәреү өсөн сәхнә ҡуйылды, канал буйлап йәйәүлеләр юлы, Альп тауы булдырылды, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылды, перголалар, беседкалар һәм башҡалар монтажланды. Төҙөкләндереүҙең һуңғы этабында йәйге кафе, модулле бәҙрәф, тағы ла бер ял итеү зонаһы, туристик навигация билдәләре һәм урамда өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйылды. Йомшаҡ япмалы балалар майҙансыҡтары һәм юлдар, йәштәр һәм өлкәндәр өсөн ял зоналары барлыҡҡа килде. Видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылды. Парктың биҙәге булып фонтан урынлаштырылды. – Республика етәкселеге ижтимағи мөһим биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлә. Әммә барыһы ла урындағы хакимиәттәрҙең әүҙемлегенән тора. Хакимиәт командаһына халыҡ фекерен, уларҙың теләктәрен иҫәпкә алғаны һәм бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән өсөн рәхмәт белдерәм. Йәрмәкәй районында йәшәүселәргә паркта булған бар нәмә менән оҙаҡ һәм уңайлы файҙаланыуҙарын, уны һаҡлауҙарын теләйем, - тип билдәләне Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илшат Әхмәтов. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте.