Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың октябрендә Мазов ҡатыны менән талашҡандан һуң, ике улы менән ғәйеп була. Күп тә үтмәй, хоҡуҡ һаҡлаусылар ирҙең төҙөлөш магазинында арҡан һатып алыуын асыҡлай. Ир өйөнән һауа тултыра торған матрас та ала. Артабан Өфө йылғаһына барып, матрасты тултыра, арҡанға балаларҙы бәйләй ҙә... Ошонда уҡ, Инорс микрорайонында, Мазовтарҙың машинаһы табыла. 2020 йылдың июнь аҙағында биш йәшлек малайҙың кәүҙәһе Өфөнөң Калинин районындағы Ағиҙел йылғаһында, ә һигеҙ йәшлектеке Дим районы биләмәһендә табыла. Ә һәләк булыусыларҙың атаһы һаман табылмаған. Алдан хәбәр ителеүенсә, Артем Мазовты енәйәт эше сиктәрендә ғәйепләнеүсе булараҡ федераль эҙләүгә иғлан итәләр. Уның ҡайҙалығын асыҡлаған өсөн ярты миллион һум күләмендә аҡса ла вәғәҙәләйҙәр. “Башинформ” агентлығына хоҡуҡ һаҡлау структураларындағы үҙ сығанағынан билдәле булыуынса, Мазов инде оҙаҡ ваҡыт халыҡ-ара эҙләүҙә. “Мазов енәйәт ҡылғандан һуң ҡасҡан тигән төп версия бар. Ул әлегә халыҡ-ара эҙләүгә бирелгән. Уның паспо
Үҙ балаларын үлтереп ҡасҡан Мазов тураһында нимә билдәле?
17 ноября 202417 ноя 2024
1
1 мин