Бер төрлө рецепт менән бер ризыҡты бешерһәләр ҙә төрлө хужабикәлә ул төрлөсә килеп сыға. Ә бына Көйөргәҙе районы Яңы Юл ауылынан Эльмира Саттарованың аш-һыуы һәр ваҡыт уңа. Нәҙек кенә ҡоймаҡҡа төрөлгән йөҙөмлө эремсеге лә ашап туйғыһыҙ. Ғаиләһенең дә ул яратҡан ризыҡтарының береһе. Һүҙ аш-һыу оҫтаһына. – Ҡоймаҡ өсөн 4 йомортҡа, сама менән тоҙ, шәкәр, сода, 4 аш ҡалағы көнбағыш майы, 700 грамм тирәһе йылымыс һөт һәм он алабыҙ. Уларҙы миксер менән яҡшылап туҡыйбыҙ. Ҡалыныраҡ итәм тиһәң, был ҡатнашманы ҡуйыраҡ итәбеҙ. Яҡшылап туҡығас, табала ҡоймаҡ бешерә башлайбыҙ. Эслек өсөн эремсек, йөҙөм, сама менән шәкәр һәм ванилин һалабыҙ. Сәйгә бик тәмле ризыҡ килеп сыға, – тип һөйләне ул. Ял көндәрендә һеҙ ҙә эремсекле ҡоймаҡ бешереп яҡындарығыҙҙы һыйлағыҙ әле. Автор фотоһы.