16 ноябрҙә Өфөлә Рәсәй Геройҙары иҫтәлегенә арналған самбо буйынса “Zвезда” Бөтә Рәсәй турниры асылды. Сара “Рәсәй Zа Самбо” форумы сиктәрендә бара. Тантаналы сарала “Берҙәм Рәсәй” партияһы Генераль советы Серетары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Алтай Республикаһы Башлығы, төбәк Хөкүмәте рәйесе Андрей Турчак, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин һәм Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев ҡатнашты. Сара башланыр алдынан маҡтаулы ҡунаҡтар, ярыштарҙа ҡатнашыусылар һәм башҡалар Рәсәй Геройҙарын бер минутҡа тын ҡалып хәтергә алды. Владимир Якушев үҙ сығышында турнирҙың 1800 спортсыны йыйыуы турыһында һөйләне. - Самбо – үҫеп килгән быуын вәкилдәрен илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем, - тине Владимир Якушев. - Башҡортостан Хөкүмәтенә ярыштарҙы яҡшы ойошторғаны өсөн рәхмәт. Был спорт ҡорамынан ныҡлы сыныҡҡан күп кенә ма