Бөгөн Өфөләге Көрәш һарайында “Рәсәй Zа Самбо” форумының пленар ултырышы булды. Ул, “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Zа самбо” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелде. Делегаттар араһында алдынғы спортсылар, тренерҙар, йәмәғәт ойошмалары һәм спорт клубтары вәкилдәре бар ине. Рәсәйҙә спорт көрәше үҫеше мәсьәләләре ҡаралды. Ултырышта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Алтай Республикаһы Башлығы, төбәк Хөкүмәте рәйесе Андрей Турчак, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин ҡатнашты. Үҙенең телмәрендә Владимир Якушев сарала ҡатнашыусыларҙы Бөтә Рәсәй самбо көнө менән ҡотланы. Ә уны ил Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән булдырғайны. - Республика етәкселегенә, шәхсән, Радий Фәрит улы, Һеҙгә бөгөнгө сараның юғары кимәлдә үтеүе өсөн рәхмәт белдергем килә. Төбәк “Zа самбо” федераль проектына әүҙем булышлыҡ итә. Бөгөн беҙ был майҙансыҡт