Бөгөн, 16 ноябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Алтай Республикаһы Башлығы, төбәк Хөкүмәте рәйесе Андрей Турчактың осрашыуы булды. Унда министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре лә ҡатнашты. Көн тәртибендә – иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү. Башҡортостан Башлығы ике республиканың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен нығытыуҙың һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың мөһимлеген билдәләне. – Был сәфәр өсөн Алтай Республикаһы делегацияһына ҙур рәхмәт. Андрей Анатольевич, һеҙҙең өсөн был – республика етәксеһе вазифаһында Рәсәй төбәгенә тәүге визит, һәм һеҙҙең тап беҙгә килеүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Башҡортостан менән Алтайҙы уртаҡ тарихи тамырҙар бәйләй. Һәм, әлбиттә, беҙҙең ике республика хеҙмәттәшлегенең ҙур потенциалы бар. Радий Хәбиров Башҡортостан менән Алтай араһындағы хеҙмәттәшлектең аныҡ йүнәлештәренә туҡталды. Улар иҫәбендә – туризм, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, шулай уҡ мәҙәниәт һәм спорт. Алтай Башлығы Андрей Турчак
Башҡортостан менән Алтай хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө
16 ноября 202416 ноя 2024
1 мин