Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы гастрофестивале ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы тәмле, сағыу милли ризыҡтар менән ҡыуандырасаҡ. Көн һайын профессиональ ашнаҡсылар яңы һый әҙерләүҙә ярышасаҡ. Фестивалде асыу көнөндә балыҡ ашы – уха тәҡдим ителәсәк. Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың төрлө төбәктәренән килгән конкурсанттар уны Башҡортостандың кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһының дипломлы жюри хөкөмөнә тәҡдим итәсәк. Эксперттарҙан тыш, фестивалгә килеүселәр ҙә, бөтә ризыҡтарҙы тәмләп ҡарап, үҙ баһаһын бирә ала. Фестивалдең икенсе көнө милли ризығыбыҙ бишбармаҡҡа арнала. Сарала ҡатнашыусылар уны гастрофестивалдең асыҡ майҙансығындағы ҡаҙандарҙа әҙерләйәсәк. - Бишбармаҡ – төрки халыҡтарҙың традицион аш-һыуы, әммә уны һәр кем үҙенсәлекле итеп әҙерләй. Әйтәйек, Башҡортостанда бишбармаҡ әҙерләү өсөн һарыҡ йәки йылҡы итен файҙаланалар, һөйәкле иттән һурпа бешерәләр, ә һалманы ҙур булмаған ромб йәки шаҡмаҡ рәүешендә киҫәләр. Ә Ҡаҙағстандың ҡайһы бер төбәктәрендә
Иң тәмле бишбармаҡты кем бешерә: башҡорттармы, ҡаҙаҡтармы?
16 ноября 202416 ноя 2024
1 мин