14 ноябрҙә иртә менән Баҡалы районында ҡурҡыныс авария булғайны. Унда 26 йәшлек ҡатын менән уның бер йәше лә тулып өлгөрмәгән бәпесе һәләк булды. Авария Бәләбәй – Туймазы юлының 124-се километрында теркәлде. Lada Granta машинаһы руле артында ултырған ҡатын юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡҡан һәм унан килгән Kia Sportage сит ил машинаһына бәрелгән. Ул машинаға 35 йәшлек ир идара иткән. Бәрелеш бик көслө була, йәш ҡатын менән сабый бала урында һәләк була. Икенсе машинаның водителе һәм 64 йәшлек пассажиры машиналарынан үҙаллы сыға алмай, уларҙы ҡотҡарыусылар һөйрәп сығара һәм табиптар дауаханаға алып китә. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы аварияла һәләк булғандарҙың кемлеген асыҡлаған. Ул Баҡалы районында йәшәгән Гүзәл Н һәм уның бәпесе. Ҡатын Баҡалылағы фатирынан үҙҙәре йәшәгән Бозор ауылындағы йортона ҡайтып барған булған. Ауылда уны ире һәм биш йәшлек улы көткән. Ҡатын өйөнә ни бары 11 километр ҡайтып етмәгән. Гүзәл менән Илсурҙың ғаиләһен ауылда тик ыңғай яҡтан телгә алалар. Ҡатын магазинда һатыусы бул