Бөгөн, 16 ноябрҙә, Өфөгә эш сәфәре менән Алтай Республикаһы Башлығы, ошо төбәктең Хөкүмәт рәйесе Андрей Турчак килде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм мәртәбәле ҡунаҡ Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында булды. Ике республиканың етәкселәре колледжда эшләп килгән янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар әҙерләү үҙәгенең эше менән танышты. Студенттар юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргәндәрҙе ҡотҡарыу оҫталығын да күрһәтте. Радий Хәбиров менән Андрей Турчак «Профессионалдар - 2024» төбәк чемпионатында ҡатнашыусылар һәм студенттар менән осрашты, уларҙың башланғыстарын һәм социаль проекттарын ҡараны. Йәштәр экологияны яҡшыртыуға һәм ололарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән идеялары менән уртаҡлашты. Төбәк башлыҡтары колледждың заманса лабораторияларында ла булды. Шул иҫәптән пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу, компьютер уйындары һәм мультимедия ҡушымталары әҙерләү, мәғлүмәти кабель селтәрҙәре, веб-дизайн, селтәрле һәм системалы идара итеү буйынса лаборатор