Сарала Көйөргәҙе, Күгәрсен, Йылайыр, Мәләүез, Хәйбулла һәм Күмертау ҡалаһынан, Ырымбур өлкәһенән делегациялар ҡатнашты. 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме һәм шәхси өлгөһө менән башланған “Атайсал” проектын республика халҡы дәррәү күтәрмәләп ҡаршы алды, һәм ул һәр кемдең изге бурысына әйләнде. Ейәнсуралар форумға ихлас әҙерләнгән. Был проектҡа тыуған төбәгендә көн күреүселәр генә түгел, ситтә йәшәп, йөрәк түрендә, күңелдәрендә тыуған яҡҡа һөйөү йөрөткән ейәнсуралар ҙа кесе Ватаныны тағы ла гүзәлерәк, уңайлыраҡ итеү акцияһына ҡушылған. Район мәҙәниәт һарайы фойеһында бай күргәҙмәлә ҡунаҡтар урындағы эшҡыуарҙарының бренд булырлыҡ продукциялары менән танышты. Махсус хәрби операцияға, госпиталь өсөн ирекмәндәрҙең теккән кейемдәре, етештергән аҙыҡ-түлек, яугирҙәр өсөн әҙерләнгән маскировка селтәре өлгөләре менән танышты. Форум программаһы сиктәрендә һигеҙ секция эшләне. Сараның йомғаҡлау өлөшөндә мәртәбәле ҡунаҡтар: Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортост
Ейәнсура районында “Атайсал. Яҡташлыҡ көсө” муниципаль-ара форумы уҙҙы
16 ноября 202416 ноя 2024
1
1 мин